Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
10 Август 2022, 12:08

Рухлы, талапсан, илһөйәр етәксе

Ҡаңлы ырыуы башҡорттары төйәк иткән Ҡыйғаҙытамаҡ ысын мәғәнәһендә иҫ киткес ауыл. Ошо бәләкәй генә ауылдан күпме билдәле шәхестәр сыҡҡан. Шуларҙың береһе — оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтендә эшләүсе Хәлил Ҡәҙим улы Фарваев.

Рухлы, талапсан, илһөйәр етәксе
Рухлы, талапсан, илһөйәр етәксе

Хәлил Ҡәҙим улы 1959 йылда Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Хәниә һәм Ҡәҙим Фарваевтар ғаиләһендә донъяға килә. Ауылда төҙөлөштә бригадир булған, бар эште лә белгән, уңған Ҡәҙим ағайҙы “алтын ҡуллы” тип йөрөтәләр. Әсәһе Хәниә апай колхозда төрлө эштәр башҡара. Ауылдаштары уны бик һөйкөмлө, мөләйем апай ине, тип иҫкә ала. Үҙе менән бергә эшкә Хәлил улын һәм Мөнзилә ҡыҙын да алып йөрөр булған. Шуға ла балалары кеше хеҙмәтен күреп, хөрмәт итергә өйрәнеп, эшләп, тырыш, егәрле, маҡсатсан булып үҫә.
Фарваевтар мал аҫрап, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереп донъя көтә. Балаларына матур тәрбиә, юғары белем биреп, тормош юлына сығаралар. Хәлил Ҡәҙим улы бәләкәйҙән тырыш, сабыр бала булып үҫә. Күп һөйләргә яратмай, киреһенсә, тыңлап, еренә еткереп эшләргә ярата. Тап ошо һыҙаты уға киләсәктә төрлө дәрәжәле вазифаларҙа эшләргә булышлыҡ итә.
Хәлил ағай мәктәп йылдарында уҡ йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, пионер дружинаһы советы рәйесе итеп һайлана, йыл да төрлө фәндәр буйынса район олимпиадаларында, туризм буйынса слеттарҙа белемен һәм көсөн һынай. Иптәштәренә һәр ваҡыт үрнәк була. 1977-1982 йылдарҙа Ижау ҡалаһында механика институтында уҡып, инженер-механик һөнәрен үҙләштерә. Бында ла һәр ваҡыт алдынғы була, фәнни һәм йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнә. Уҡыуын тамамлағас, дипломлы белгесте Өфө ҡалаһына эшкә юллайҙар. Бында ул инженер-технолог һәм производство мастеры вазифаһын башҡара. 1984 йылда цехтың комсомол комитеты секретары урынбаҫары итеп һайлана, ә һуңынан ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы комитетына эшкә күсерелә. Артабан Хәлил Ҡәҙим улы Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарында 30 йылдан ашыу төрлө вазифалар башҡара.
1987 йылда ул Өфө ҡалаһы Советы башҡарма комитеты аппаратына эшкә ебәрелә. 1989 йылда Өфө ҡалаһы башҡарма комитеты рәйесе ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. Тырыш хеҙмәте менән хөрмәт яулаған Хәлил Ҡәҙим улын 1995 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе ярҙамсыһы итеп эшкә саҡыралар. Был йылдарҙа Хәлил Ҡәҙим улы беренсе саҡырылыш республика парламентының эшмәкәрлеген формалаштырыуҙа, уның бөтә ултырыштарын әҙерләп үткәреүҙә ҡатнаша, шулай уҡ парламент етәкселәренең рәсми сәфәрҙәрен ойоштора. I һәм II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү кеүек яуаплы эште лә уға ышанып тапшыралар.
Белемен камиллаштырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһына уҡырға инә һәм 1995 йылда уны уңышлы тамамлай. Һәр йөкмәтелгән эшкә яуаплы ҡараусы һәм уңышлы башҡарыусы Хәлил Ҡәҙим улы 2005-2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында эшләй. Эш тәжрибәһе ҙур булыуын иҫәпкә алып, Башҡортостандың Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыу айҡанлы юбилей объекттарын төҙөү эштәрен координациялауҙы уға йөкмәтәләр. Хәлил Ҡәҙим улы тарафынан әҙерләнгән норматив документтар, үткәрелгән оператив кәңәшмәләр Конгресс-холл, “Аҡбуҙат” ипподромы, “Өфө-Арена” боҙ һарайы биналарын төҙөгәндә тыуған ҡатмарлы мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итергә булышлыҡ итә.
Яҡташыбыҙ ниндәй генә яуаплы урындарҙа эшләһә лә, бер ҡасан да тыуған районы, ауылы, ауылдаштары тураһында онотмай. Районда төҙөлөш, юл һәм торлаҡ-коммуналь өлкәләге һорауҙарҙы хәл итергә ярҙам итә. Тыуған ауылы Ҡыйғаҙытамаҡҡа асфальт юл һалына, урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе хәл ителә. Район хакимиәтенә үҙәк район дауаханаһының яңы корпусын, Паралимпия үҙәген, авария хәлендәге йорттарҙан халыҡты күсереү программаһы буйынса яңы күп ҡатлы йорттар төҙөүҙә ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ Ҡалмаҙан юлын ремонтлауҙа, Мишкә ауылына һыу үткәреү проектын эшләүҙә булышлыҡ итә.
2011 йылда Хәлил Ҡәҙим улы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенә күсерелә. Ул бирелә урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса бүлекте етәкләй. Хәлил Ҡәҙим улы инициативаһы буйынса йыл да муниципаль хеҙмәткәрҙәр ҡатнашлығында Урындағы үҙидара көнө үткәрелә, төрлө семинарҙар һәм конференциялар ойошторола. Республика райондары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Район Советы хеҙмәткәрҙәренә лә урында төрлө мәсьәләләрҙе хәл иткәндә һәр саҡ ярҙам итә, фәһемле кәңәштәр бирә.
Хәлил Ҡәҙим улы Беренсе Бөтә Рәсәй муниципаль берәмектәре съезына делегат итеп һайлана, Башҡортостан Республикаһының IV, V һәм VI муниципаль берәмектәр съезында ҡатнаша.
Һуңғы йылдарҙа илһөйәр яҡташыбыҙ тыуған ауылын төҙөкләндереү буйынса әүҙем эш алып бара. Уның инициативаһы буйынса ауыл эшсәндәренә һәйкәл ҡуйыла, Сухояз йылғаһы аша баҫмалар ремонтлана, “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса Шәйехзада Бабич музейы һәм ФАП бинаһының ҡыйығы алмаштырыла, Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға бағышланған тантаналы саралар ойошторола.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Хәлил Ҡәҙим улы Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһы Транспорт министрлығының Почет грамотаһы, “Рәсәй дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре Профсоюзының 100 йыллығы уңайынан” миҙалы һәм 2018 йылда “Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” билдәһе менән бүләкләнгән. Шулай уҡ яҡташыбыҙ “Хеҙмәт ветераны” исемен лайыҡлы йөрөтә.
Әлеге көндә Хәлил Ҡәҙим улы баш ҡалабыҙ Өфөлә йәшәй. Тормош иптәше Фәнзиә апай менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар.

 

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Мишкә районы.

Рухлы, талапсан, илһөйәр етәксе
Рухлы, талапсан, илһөйәр етәксе
Рухлы, талапсан, илһөйәр етәксе
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: