Бөгөн Баймаҡ районының Граф күле янында "Башҡорт аты" фестивале тамамланды. Сара республика Башлығының 2022 йылдың 24 майындағы "Башҡорт аты" фестивален үткәреү тураһындағы 242-се указына ярашлы ойошторолдо. Фестивалде ойоштороусылар: Башҡортостан Хөкүмәте, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Баймаҡ районы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, "Мәргән уҡсы" ойошмаһы һ.б.
Ниһайәт, тулҡынландырғыс минуттар артта ҡалды! "Оҙон бәйге" бөтә тоҡомло аттар ярышында, 14 саҡрымдағы (8 түңәрәк) араны иң беренселәрҙән булып эшҡыуар Алмас Шөғөровтың аты килде. Турысай ҡушаматлы ат өҫтөндә жокей Сергей Айсенов Турысайға хатта ултырып түгел, ә һыбай сапты. Еңеүсегә төп бүләкте "Лада Гранта" автомобиленә сертификат һәм дипломды Республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Алмас Шөғөров - Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан. Ул үҙ хужалығында ат спортын үҫтереү йүнәлешен үҙ иткән. Уның тәрбиәләгән арғымаҡтары Рәсәй кимәлендә генә түгел, хатта халыҡ-ара ярыштарҙа ла еңеү яулай.
"Башҡорт аты" фестивале тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙең шишәмбе һанында уҡығыҙ.
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов.