Уҡсы ҡатын-ҡыҙҙың һыны ғорур...
Башҡорт халҡының бөйөк эпосы “Урал батыр”ҙа Айһылыуҙың төҫ-башы былай тип тасуирлана:
Ҡуңыр һылыу, ҡыйғас ҡаш,
Эйәк бите уйылған,
Һул битенең уртаһы
Күҙ ҡаралай миңләнгән;
Йүрмә-йүрмә ишелеп,
Ике яҡлап , сикәләп,
Тамсы гөлдәй елберҙәп,
Иң башынан һалдырып,
Оҙон сәсен матурлап,
Өсмә яһап төшөргән;
Оҙон керпеге аша
Ҡара күҙен йылмайтып,
Бит уймаһын уйнатып,
Көләс йөҙөн көлдөрөп…
Был һүрәтләү, әйтерһең, “Башҡорт аты” фестивалендә уҡ атыу буйынса мәргәнлеккә ярышҡан ҡатын-ҡыҙҙар тураһында. Улар ял иткәндә һөйләшеү алыу форсаты эләкте. Ҡатын-ҡыҙҙар республиканың төрлө төбәгенән йыйылған. Башҡортостандан тыш, Пермь, Екатеринбург ҡыҙҙары бар. Уларҙың барыһын да уҡ атыу спортына һөйөү осраштырған.
Уҡ атыу мәргәнлекте генә түгел, ныҡлыҡты ла талап итә. Шуға күрә иғтибар итһәгеҙ уҡсы ҡатын-ҡыҙҙар һынын тура тотоп, ғорур атлап йөрөй”,-тине улар.
Учалынан Нилә Исламова, Зөһрә Сәфәрғолова, Баймаҡтан Раушания Сабитова, Сәлимә Рахманғолова, Әбйәлилдән Лилиә Низаметдинова, Үрге Нуғайҙан Гөлгенә Ҡолһарина һ.б. бар тамашасыларҙы ике көн дауамында мәргәнлеге менән таң ҡалдырҙы. Афарин, ҡыҙҙар, ғорурланабыҙ һеҙҙең менән!
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Автор фотоһы.
https://hakmar.ru/articles/a-armandar-d-ere/2022-07-30/u-sy-atyn-y-y-yny-orur-2892344?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485