Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
4 Июль 2022, 14:53

Башҡорт теле яңы терминдар менән байытылды

Ғалимдар башҡорт телен  фәнни- белем биреү тематикаһына ҡағылған 300 яңы термин менән байытты.  Яңы лексика БДУ лингвистарының элек эшләп сығарған лингвистик онлайн- сервисы- башҡорт- рус- инглиз  теле һүҙлегенә индерелгән.

Был терминдарҙы файҙаланыу башҡорт телендә яҙған, эшләгән студенттар уҡытыусылар, ғалимдар өсөн ярҙам буласаҡ, уларҙың белемдәрен киңәйтеүгә, телде һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.

Мәғлүм булыуынса, республика хөкүмәте милли тел неологизмдары индерелгән өс телле онлайн һүҙлекте раҫлағайны. Һәр бер термин үҙ тәржемәһе, атамаһы һәм текста ҡулланыу өлгөһө менән бирелә.

Башҡорт теленә шунда  академик неологизмдар индерелгән:

ҡабул итеүҙең контроль һандары — ‘контрольные цифры приема’ (admission quotas);
     - модулле-рейтинг (баһалау) системаһы — ‘модульно-рейтинговая система’ (module-rating system);
     - мобиль уҡыу-уҡытыу/мобиль белем биреү — ‘мобильное обучение’ (англ.: M-learning);
     - aкадемик мобиллек — ‘академическая мобильность’ (academic mobility);
     - Һығылмалы күнекмәләр — ‘гибкие навыки’ (англ.: soft skills);
     - түңкәрелгән класс/ысулы алымы — ‘метод перевернутого класса’ (англ.: flipped classroom method);
     - шәхси йүнәлешле уҡытыу — ‘студентоцентрированное обучение’ (learner-centered education);
     - икеләтә диплом программаһы — ‘программа двойных дипломов’ (англ.: dual diploma programme);
     - онлайн уҡытыу, электрон уҡытыу (электрон белем биреү) — ‘онлайн-обучение, электронное обучение’ (E-learning), и т.д.

Был ҡулланма махсус баҫмаларҙа һәм онлайн- ресурстар ҙа сағылмаған аныҡ тармаҡтың терминология системаһын тәртипкә һалырға ярҙам итәсәк. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ҡулланыуҙа был һүҙлектең роле ҙур буласаҡ,- тигән  БДУ доценты, филология фәндәре кандидаты Рената Лоҡманова.

Ғалимдар, онлайн- словарь өҫтөндә эш артабан да дауам итәсәк, ул яңынан-яңы һүҙҙәр һәм һүҙ бәйләнештәр менән тулыланып барасаҡ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Башҡорт теле яңы терминдар менән байытылды
Башҡорт теле яңы терминдар менән байытылды
Автор:
Читайте нас: