Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
18 Апрель , 14:16

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты кемдәр уҡыясағы билдәле булды.

23 апрелдә «Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант-2022» акцияһы үтә. Ул онлайн һәм офлайн форматта ойоштороласаҡ.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, иртәнге сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты буйынса) Башҡортостан юлдаш телеканалында, БСТ-ның «Бәйләнештә» социаль селтәрендә һәм телеграм каналында диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлайҙар.
- сәғәт 11-ҙән 11:25 сәғәткә тиклем - башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
- 11:30 сәғ. алып 12:00 сәғ. тиклем - башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
- 12.05 сәғәттән 12.30 сәғәткә тиклем - башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн.

Диктантты кемдәр уҡыясағы билдәле булды: башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев уҡый. Башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн - «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2022» төбәк-ара конкурсында еңеүсе Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн диктантты М.Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙегенең баш белгесе Гүзәл Рәсим ҡыҙы Нурыева уҡыясаҡ.

Акцияла ҡатнашыусылар диктантты өйҙәрендә яҙа ала. Һуңынан диктантты фотоға төшөрөп, йә скан аша үткәреп [email protected] электрон адресына, шулай уҡ https://t.me/bash_dictant_bot телеграм-ботҡа ебәрергә мөмкин. Эштәр 2022 йылдың 24 апрелнә 23.59 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.

Башҡортостан Юлдаш телеканалы эфирынан тыш, төп оффлайн майҙансыҡтар Башҡорт дәүләт университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостан Республикаһының Милли музейында ойошторолған. Өҫтәмә оффлайн майҙансыҡтар исемлеген https://bashdictant.ru/ сайтында ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ, сайтта үҙеңдең оффлайн майҙансығыңды теркәү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Теркәлгәндән һуң, улар «Бөтә майҙансыҡтар» бүлегендә сағылыш табасаҡ.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашыусыларҙы акциянан фотоһүрәттәрҙе социаль селтәргә һалырға һәм #БашДиктант2022 #башҡорттелендәдиктант хештегтарын ҡуйырға саҡырабыҙ.

Автор:
Читайте нас в