Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
15 Апрель 2022, 10:49

Көн торошо

Синоптиктар аномаль күренеш тураһында иҫкәртә.

Бөгөн, Башҡортостанда һауа торошона бәйле сюрприздар көтөлә. Республикала дауыл сығыуы хаҡында иҫкәрттеләр. Синоптиктар фаразы буйынса, елдең секундына 17 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә. Шулай уҡ томан төшөүе һәм 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе көтөлә.

Халыҡты һаҡ булырға һәм һауа торошо боҙолғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыралар. Ел көсәйгәндә өйҙә ҡалырға һәм тәҙрәләрҙе ябырға кәңәш ителә. Урамда - ағастар һәм реклама таҡталарынан алыҫ тороу.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Автор:
Читайте нас: