Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
26 Февраль , 09:00

Милли рух тантана итте

“Доброе утро!”, “Хәйерле иртә!”, “Сәләм!”, “Поро эр!” Бөрө күп профилле һөнәри колледжында был иртә ошондай төрлө телдәге сәләмләү һүҙҙәре менән башланды. Бындай ғәҙәти булмаған акцияға Халыҡ-ара туған телдәр көнө сәбәпсе булды. Колледжда Башҡортостанда йәшәгән барлыҡ милләт вәкилдәре лә тиерлек — рустар, мариҙар, башҡорттар, татарҙар һәм башҡалар белем ала.

Милли рух тантана итте
Милли рух тантана итте

Уҡыу йортонда студенттар Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған акцияны күтәреп алды һәм был уңайҙан милли кейемдәр ҙә кейҙе. Кемдер уны дуҫтарынан алды, кемдер өләсәһе һандығынан тапты.
Акция милли кейемдәр кейеүгә генә ҡайтып ҡалманы. “Туған телдә уҡыйым” шиғыр һөйләүселәр флешмобы ла ойошторолдо. Студенттар башҡарыуында рус телендә — Александр Пушкин һәм Сергей Есениндың, башҡорт телендә — Мостай Кәрим һәм Мәжит Ғафуриҙың, мари телендә — Сергей Чавайн һәм Александр Юзыкайндың, татар телендә Ғабдулла Туҡай һәм Муса Йәлилдең әҫәрҙәре яңғыраны.
Уҡыу йортонда әҙәби эштәр конкурсы ла уңышлы үтте. Унда “Туған тел тарихы”, “Туған һәм рус телдәре: кисә, бөгөн, иртәгә”, “Тел — күңел көҙгөһө” темаларына тикшеренеү эштәре, эсселар, шиғырҙар тәҡдим ителде.
— Конкурсҡа әҙерләнгәндә үҙем өсөн бик күп яңылыҡ астым, — тип һөйләй Гөлфиә Сәфетдинова. — Башҡорт теле — Рәсәйҙә киң таралған телдәрҙең береһе. Бер 30 йылдан башҡорт телен телгә алыуҙың мең йыллығын билдәләргә мөмкин. Төрки ғалимы Мәхмүт әл-Ҡашғариҙың 11-се быуат яртыһындағы “Диуану лөғәт-әт-төрк” тигән хеҙмәте бар. Ул төрки телле халыҡтар араһында башҡорттар бар һәм уларҙың теле оғуз һәм ҡыпсаҡтар теленә яҡын, тип яҙа.
— Бер ғалимдың “Тел — ул халыҡ күңеле” тигән һүҙҙәре хәтерҙә уйылып ҡалды. Тел халыҡ менән бергә тыуа, йәшәй, үҫешә, үҙгәрә һәм үҙе лә шул уҡ ваҡытта халыҡ хәтере һәм тарихы булып ҡала. Мари теленең ҡытай теленә яҡын булыуын белеп хайран ҡалдым, — тип фекерҙәре менән бүлеште мари милләтенән булған Антон Фәтҡуллин.
Студенттар халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижадына арналған викторинала ла белемдәрен күрһәтте, “Туған тел күңелемде елкетә...” тип исемләнгән китаптар күргәҙмәһен дә ҡараны.
Аҙна буйы барлыҡ төркөмдәрҙә лә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған дәрестәр үтте. Егеттәр һәм ҡыҙҙар республика халыҡтарының милли традициялары, көнкүреше, аш-һыуҙары менән танышты.
Күп профилле һөнәри колледж студенттары Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына арналған XVIII “Мин сәнғәт донъяһына инәм” үҙешмәкәр-сәнғәт ижады республика конкурсында ҡатнаша. Унда “Вокаль ансамблдәр”, “Бейеү ансамблдәре”, “Фольклор байрамдар” номинациялары ҡаралған. Бөрөләр үҙҙәренең һәләтен халыҡ йолаларында күрһәтергә булды. Улар уҡытыусылары менән бергә “Килендең ҡыҙ сағы менән хушлашыуы” рус фольклор байрамы тураһында видеоролик әҙерләй.
— Беҙ эшсе һөнәрҙәрҙең, хеҙмәтләндереү өлкәһенең яҡшы белгестәрен әҙерләп кенә ҡалмайбыҙ. Йәштәр оло тормошҡа аяҡ баҫҡанда төрлө яҡлап үҫешкән, шәхес булараҡ формалашҡан, үҙ иленең ысын гражданы булырға тейеш, — ти Бөрө күп профилле һөнәри колледжы директоры Екатерина Литвинова.

Ольга Платонова.

Милли рух тантана итте
Милли рух тантана итте
Автор:
Читайте нас в