Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
25 Февраль 2022, 15:44

Бишбармаҡ бешерҙеләр

Бөрө ҡалаһының 8-се урта мәктәбендә “Башҡорт милли аштары” флешмобы үтте. Уҡыусылар класс етәкселәре һәм ата-әсәләре ярҙамында үҙҙәренең фотоһүрәттәрендә төрлө башҡорт аштары әҙерләү серҙәре менән бүлеште.

Бишбармаҡ бешерҙеләр
Бишбармаҡ бешерҙеләр

Туҡланыу буйынса яуаплы Эльза Зәйнетдинова һәм башҡорт теле уҡытыусылары Айгөл Саҙрыева, Дилә Нәбиуллина 5-се һәм 7-се кластар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Унда улар уҡыусыларға бишбармаҡ, ваҡ бәлеш һәм сәк-сәк бешереү серҙәрен өйрәтте.
Дәрестә малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең өйҙә әсәләренән күреп өйрәнгән оҫталыҡтарын да күрһәтте. Буласаҡ хужабикәләр дөрөҫ туҡланыу серҙәренә төшөндө, беҙҙең яҡтың аш-һыу традициялары менән танышты.
Китапханасы Зинаида Шәмшиева “Яратҡан башҡорт аштары” һәм “Башҡорт аш-һыуҙары рецептары” темаһына китаптар күргәҙмәһе ойошторҙо. Ул шулай уҡ “Нисек Сәк-Сәк апай һәм Бауырһаҡ ҡусты тәмле итеп ашарға бешерергә өйрәнгән” мәҫәле аша балаларҙы татлы башҡорт аштары рецептары менән таныштырҙы.

Авторы: Ольга Платонова.
Эльза Зәйнетдинова фотоһы.

 

Бишбармаҡ бешерҙеләр
Бишбармаҡ бешерҙеләр
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: