Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
22 Декабрь 2021, 15:08

Борайҙар йыл һөҙөмтәләрен барланы

Борай районында башҡорт тарихы йылына йомғаҡ яһау тантанаһы уҙҙы.

Борайҙар йыл һөҙөмтәләрен барланы
Борайҙар йыл һөҙөмтәләрен барланы

Борай районында башҡорт тарихы йылына йомғаҡ яһау тантанаһы уҙҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт тарихы йылына арналған республика конкурсы йомғаҡтары буйынса, Борай районы хакимиәте һәм урындағы ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты беренсе урынды яулаған ине.
Сара башында сәләмләү һүҙҙәре менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Борай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ғимир Нуретдинов, урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Илгиз Харисов сығыш яһаны.
Тантана барышында башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен һәм милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға өлөш индергән өсөн әүҙемселәрҙе, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, дөйөм белем биреү ойошмаларын, район конкурстары еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, “Ынйы” балалар ансамбле башҡорт халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы.
Сара аҙағында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы гимны яңғыраны.

Борайҙар йыл һөҙөмтәләрен барланы
Борайҙар йыл һөҙөмтәләрен барланы
Автор:
Читайте нас: