Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
20 Декабрь 2021, 09:00

“Бабич нуры” музейы

Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы Шәйехзада Бабич нәҫеле менән дан тота. Ысынлап та, бирелә башҡорт рухлы, халҡы өсөн күп эштәр башҡарған шәхестәр байтаҡ. Әлфиә Фаил ҡыҙы Зарипова шундайҙарҙан. Уның нәҫел тамырҙары Шәйехзада Бабич шәжәрәһенә барып тоташа. Шуға күрә лә ул шағирҙың шәжәрәһен, ижадын өйрәнгән һәм әле лә эҙләнеү эше алып бара. Илһөйәрлек, төлһөйәрлек хисе, күрәһең, Әлфиә апайҙың ҡанында, нәҫелендә бар. Уның Шәйехзада Бабич тураһында һөйләгәнен тыңлаған һайын тыңлағы килә.

Әлфиә Фаил ҡыҙы Зарипова 1966 йылдың 1 апрелендә Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында донъяға килә. Әсәһе Сажиҙә Тимерғәле ҡыҙы Лоҡманова ауыл мәктәбендә рус теле уҡытыусыһы була. Бәләкәйҙән ул китаптар уҡырға ярата, тарих менән ҡыҙыҡһына.
— Әсәйем бик белемле, ауылда хөрмәтле кеше булды. Ҡыйғаҙытамаҡ халҡы элек үҙенең башҡортлоғон белеп, аңлап бөтөрмәй ине. Төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәс, беҙгә: “Һеҙ ниндәй башҡорттар, һеҙ татарҙар!” — тип әйтәләр ине. Әммә беҙ бәләкәйҙән үҙебеҙҙең башҡорт нәҫеленән икәнебеҙҙе белеп үҫтек. Әсәйем алып ҡайтҡан башҡорт китаптарын яратып уҡый инек. Тимерғәле олатайым һәр ваҡыт барыһына ла “беҙ башҡорттар” тип әйтеп килде. Аллаға шөкөр, хәҙер заманалар үҙгәрҙе, беҙҙең телде рәсми рәүештә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты тип танынылар. Башҡорт нәҫеленән булғаныбыҙҙы дәлилләүсе документтар ҙа архивтан табылды. Ауыл халҡы хәҙер тарихты белә, шәжәрәләр төҙөй. Йәштәргә инде беҙ һөйләргә, өйрәтергә тырышабыҙ. Улар үҙҙәренең тамырҙарын белергә тейеш, нәҫел ептәрен юғалтмаһындар ине, — ти Әлфиә Фаил ҡыҙы. — Беҙ бәләкәй саҡта ауылға Кирәй Мәргәндең ҡайтып йөрөгәне хәтерҙә ҡалған. Ул Шәйехзада Бабичтың шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһына ине. Уның яҡты исемен халыҡ араһына ҡайтарыуҙа күп көс һалды. Бабич исемен телгә алырға ярамаған саҡтар... Кирәй Мәргән, әсәйем, тағы бер нисә ауыл аҡһаҡалы ауыл клубында ҡасып ҡына Шәйехзада Бабичтың шәжәрәһен төҙөй ине. Ул беҙгә өс томлы "Башҡорт халыҡ ижады"н алып ҡайтып бирҙе. Шундағы әкиәттәрҙе уҡып үҫкән балалар беҙ. Ул китаптарҙың бер томы әле лә бар, ҡәҙерләп кенә һаҡлайым.
Әлфиә Фаил ҡыҙы мәктәпте тамамлағандан һуң әсәһенең юлын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайлай. Бөрөлә педагогия институтына физика-математика факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, хеҙмәт юлын Баҡалы районында башлай. Бер йылдан һуң Мишкә районының Бөрөбаш мәктәбенә эшкә ҡайта, математика дәрестәрен алып бара. Артабан хеҙмәт юлын Ҡыйғаҙытамаҡ мәктәбендә дауам итә.
— Мин ауылға эшкә ҡайтҡанда балалар 50-ләп бар ине. Коллектив йәш, эшләүе күңелле булды. Директорыбыҙ Ришат Ғәҙелхан улы Миңлеғәлиев етәкселегендә мәктәп ябылғансы бергә эшләнек, берҙәм булдыҡ, бер ҡасан да һүҙгә килмәнек, — ти Әлфиә Зарипова.
Балалар һаны кәмегәс, ауыл мәктәбен ябалар. Мәктәп бинаһы буш тора. Ауылда башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Шәйехзада Бабичҡа музей асыу теләге менән күптән янып йөрөгән ауылдаштарҙың хыялы 2019 йылда тормошҡа аша. Бөгөн Әлфиә Зарипова йәмәғәт башланғысында Шәйехзада Бабич исемен йөрөткән музейҙы етәкләй.
— Музей асыу хыялы күптән бар ине. Шулай бер ваҡыт Фәниә Мостафина, Гүзәлиә Кәримова һәм мин ултырып, райондың музейҙар буйынса белгесе Ильяс Яхинға хат яҙҙыҡ. Был ҡатындар ауыл тормошона битараф булмаған кешеләр. Изге башланғыстарҙы тормошҡа ашырыр өсөн ауылдаштарын ойоштороп, берләштереп йөрөгән, телен, халҡын яратҡан апайҙар. Үҙҙәре шул тиклем баҫалҡы, маҡтағанды, иғтибарҙы яратмай.
Бер йылдан беҙ рөхсәт алдыҡ. Яйлап ҡына эш башланды. Иң беренсе бинаның эргә-тирәһен йүнәтергә, кәртә тоторға кәрәк ине. Ауыл халҡына ҙур рәхмәт, ваҡытында булыштылар. Кем аҡса менән, кем төҙөлөш материалы, кем эш менән ярҙам итте. Вәкил Мөлөкөв беҙгә таҡта, бағаналар бирҙе. Ир-егеттәр өмә эшләп кәртә тотто. Беҙҙең эшкә дәррәү тотонғанды күреп, Мишкә ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ишмакаев та ҡушылды. Бинаның тышҡы йөҙөн, торошон яҡшыртыу өсөн буяуҙар, бумалалар ҡайтарҙы. Март айында тотонғайныҡ ремонтҡа, йәй башына тиклем һуҙылды. Бинаның эсендә мейесте һүттек, косметик ремонт яһаныҡ. Ситтә йәшәгән ауылдаштар ҙа ҡушылды. Улар ҙа төҙөлөш материалдары өсөн аҡсалата ярҙам итте. Бына шулай, күмәк көс менән, бергәләп музей эшен башлап ебәрҙек.
Экспонаттар йыйыу — үҙе бер тарих. Ауылдаштарыбыҙға мең рәхмәт, изге башланғысты күтәреп алдылар, һәр береһе музейға нимәлер алып килде. Гүзәлиә Кәримованың индергән өлөшө бик ҙур булды. Ул өйҙән-өйгә йөрөп, аңлатып, һөйләшеп, күп кенә экспонаттар йыйҙы.
2019 йылдың август айында  Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы ата-бабалары төбәге Ҡыйғаҙытамаҡта ҙур сара уҙғарылды.  Тап ошо сарала тантаналы рәүештә Шәйехзада Бабич исемендәге музей асылды. Элек музей мәктәптең бер мөйөшөндә генә ойошторолған булһа, хәҙер яңыртылған бина тулыһынса музейға бирелде, — тип бәйән итте Әлфиә Фаил ҡыҙы.
Музей асыла. Халыҡ йөрөй башлай, икенсе райондарҙан да кешеләр килә. Әммә көҙгө ямғырҙар башланыу менән ҡыйыҡтан һыу аға башлай. Тағы төрлө инстанциялар буйынса йөрөү башлана. Февраль айында ғына музейҙың ҡыйығын алыштырыу өсөн грант алыуға ирешәләр. Унан музейҙың эсен йыһазландырыу өсөн мебель кәрәк була. Район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Мөнир Нурисламов менән берлектә, улар мебель алыу өсөн грантҡа документтар йыя. Грант отоп, музейға мебель, ноутбук, принтер алына. Әммә бина һаман да балансҡа ҡуйылмағанлыҡтан, әле лә улар тапшырылмаған. Мишкә ауыл Советы район Мәҙәниәт һарайы менән берлектә был мәсьәләне оҙаҡҡа һуҙмай хәл итер, тип ышанабыҙ. Сөнки музейҙы ойоштороусыларҙың киләсәккә пландары ҙур. Пандемия сикләүҙәре алынғас та ауылда ҙур итеп Шәжәрә байрамын үткәреү, яҡташыбыҙ, фольклорсы Кирәй Мәргәндең тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы сара ойоштороу планлаштырыла.

 

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: