Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
18 Декабрь 2021, 09:35

Башҡорт теленә иғтибар арта

Район башҡорттары ҡоролтайы тарафынан туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы өйрәнеү буйынса бик күп фәһемле саралар үткәрелә, изге эштәр башҡарыла. Ошоларҙың барыһы хаҡында Башҡарма комитет рәйесе Регина Нәғим ҡыҙы Хәйҙәршина менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Ҡариҙел районы.

Башҡорт теленә иғтибар арта
Башҡорт теленә иғтибар арта

— Регина Нәғим ҡыҙы, Ҡариҙел районы башҡорттары рәйесе итеп һайланыуығыҙға бер нисә ай ғына. Шуға ҡарамаҫтан, һеҙ ҡоролтай эшенә яңы һулыш алып индегеҙ. Әйҙәгеҙ, тәүҙә үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ танышып китәйек.
— Мин Ҡариҙел районы Шамрат ауылы ҡыҙы. 1990 йылдың 7 мартында Альбина һәм Нәғим Хәйҙәршиндарҙың күп балалы ғаиләһендә икенсе булып донъяға килгәнмен. Милләтем – башҡорт. Бәләкәйҙән шаян, ғәҙел булып, тормошто яратып үҫтем. Ата-әсәйемә миңә яҡшы белем, матур тәрбиә биреп үҫтергәндәре, кеше иткәндәре өсөн рәхмәтлемен. Бала саҡтан кешеләр менән эшләү, тыуған яғыма файҙалы булыу теләге бар ине. Шуға ла, үҙем дә уҡытыусылар нәҫеленән булғас, ошо изге һөнәр эйәһе булырға хыялландым. Биш-алты йәшемдә әсәйем менән бергә мәктәпкә йөрөп, уның нисек дәрес үткәргәненә ҡарап, һоҡлана инем.
Әсәйем Альбина Йыһанур ҡыҙы — минең беренсе уҡытыусым. Телгә, тарихҡа, мәҙәниәткә һөйөү уятты. Ул бөгөн Шамрат ауылы ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе.
Шамрат туғыҙ йыллыҡ мәктәбен тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Яңы Бәрҙәш урта мәктәбендә уҡыным. Ауылдар араһы алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, йәйәү йөрөргә лә тура килде. Йәйәү ҡайтҡан саҡтарымда матур тәбиғәтебеҙгә һоҡланып, гел уйлай торғайным: Алла бирһә, белем алғас, тормошта үҙ юлымды табасаҡмын, тип. Шулай булды ла.
11 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Бөрө социаль-педагогия академияһының филология факультетына уҡырға индем. 2012 йылда башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһы белгеслеге буйынса диплом алдым. Артабан Байҡы урта мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы һәм директор урынбаҫары булып эшләнем. 1-се категориялы уҡытыусы булдым. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт университетының психология факультетын психолог-практик белгеслеге буйынса ҡыҙыл диплом менән тамамланым.
Яҙмыш ҡушҡанғалыр, кешеләргә ярҙам итеү йәһәтенән, 2016 йылдан башлап мин Ҡариҙел районы хакимиәте эргәһендәге социаль–психологик ярҙам үҙәге мөдире вазифаһын башҡарам (хәҙер «Өмөт» балалар, үҫмерҙәр, йәштәр клубының социаль-психологик ярҙам хеҙмәте).
Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайында 2015 йылдан башлап эшләйем. Өс йыл йәштәр бүлеге етәксеһе һәм өс йыл рәйес урынбаҫары булдым. Ошо ваҡыт эсендә йәштәр менән төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашып, призлы урындар яуланыҡ. Ырыу тарихын өйрәнеү буйынса үткәрелгән сараларҙа райондың бәҫен төшөрмәнек.
— Һеҙ рәйес вазифаһында эш башлағас, ҡоролтай эше йәнләнеп китте. Бының сере ниҙә?
— Сере, минеңсә, бик ябай — мин ниндәйҙер эшкә тотонам икән, уға башкөллө сумам. Тәүге көндәрҙән үк ауылдарға сығып, урындағы халыҡ менән осрашып, көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләштек, уларҙы хәл итер өсөн бергәләшеп пландар ҡорҙоҡ һәм эшкә сумдыҡ. Халҡым, тип янып йәшәгән кеше халыҡҡа ла үҙ көс-дәртен ебәреп, уларҙы ла үҙе артынан әйҙәргә, һәр саҡ бергә һәм берҙәм эшләргә тейеш, тип уйлайым. Уңыш сере – берҙәмлектә.
— Тәүге көндәрҙән кемдәрҙең ярҙамын тойҙоғоҙ?
— Ҡоролтай эшен башлап ебәреүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, шулай уҡ Башҡарма комитет ағзалары Гөлназ Һөйәрғолова, Тәнзилә Ҡотлогилдина, Нурислам Ҡалмантаев, Винарис Абдуллин, Ләйсән Мостафина ярҙам итте. Улар эште нисек дөрөҫ итеп алып барырға кәрәклеген аңлатты, кәңәштәр бирҙе.
— Һеҙ “Айыҡ ауыл – 2021” республика конкурсына ла дәррәү ҡушылдығыҙ. Нисә ауыл ҡатнаша был мәртәбәле бәйгелә?
— Әйе, был юҫыҡта ла әүҙем эш башланыҡ. Иң тәүҙә беҙ комитет йыйҙыҡ һәм теләк белдергән ауылдарҙы «Айыҡ ауыл-2021» бәйгеһенең муниципаль этабына теркәнек. Беҙҙә 11 ауыл ҡатнаша. Улар ҙур дәрт менән айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалап, төрлө саралар ойоштора башланы: спорт ярыштары, Ҡаҙ өмәләре, тематик йыйылыштар, матур концерттар... Маҡсатыбыҙ: айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, телебеҙҙе, халыҡ мираҫын һаҡлау. Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары был сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
— Быйыл йәй уҙған Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыу һеҙҙә ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
— Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тергеҙеү буйынса ҙур эш алып барыла. Фольклориада беҙгә башҡа сит илдәр мәҙәниәте, теле менән яҡындан танышырға мөмкинселек бирҙе.
— Милли мәғариф темаһына килгәндә, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү тәртибе үҙгәрҙе. Быға һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?
— Әлбиттә, башҡорт телен уҡытыуға иғтибар бер ҡасан да һүрелергә тейеш түгел. Ҡоролтайҙың, мәғариф системаһының төп маҡсаты – башҡорт телен ҡулланыуҙы киңәйтеү, уның абруйын күтәреү, сөнки милли үҙаң әсә теленән башлана. Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһындағы Законға ярашлы, Ҡариҙел районының бөтә белем биреү учреждениеларында туған телдәрҙе өйрәнеү, балаларҙы үҙ халҡының теленә һәм мәҙәниәтенә ылыҡтырыу өсөн тейешле мөмкинлектәр булдырылған.
— Район халҡының милли мәҙәниәтен һәм традицияларын һаҡлап ҡалыуҙа киң мәғлүмәт саралары ҙур роль уйнай. Милли баҫмалар тураһында ниҙәр әйтерһегеҙ? Яҙылаһығыҙмы, уҡыйһығыҙмы?
— Эйе, баҫмаларҙы яҙҙырам, ихлас уҡыйым. Тәүҙә 2003 йылдан районда башҡорт телендә «Хазина» гәзите сыҡты, уны ла һеҙ, Люция Хәниф ҡыҙы, оҙаҡ йылдар уңышлы етәкләнегеҙ, хәҙер «Йәнтөйәк» гәзитендә лә һеҙҙең ҡәләм оҫталығы һиҙелә, районыбыҙ яңылыҡтары, социаль-мәҙәни торошо, арҙаҡлы кешеләре тураһында даими яҙып тораһығыҙ. Киләсәктә лә «Йәнтөйәк» гәзитенә оҙон ғүмер, һеҙгә ижади уңыштар теләйем. Мин үҙем, шулай уҡ ҡоролтай ағзалары ла киләһе ярты йыллыҡҡа гәзиттәргә яҙылабыҙ.
— Мәҙәниәт өлкәһендә лә ыңғай үҙгәрештәр һиҙелә, уңыш-ҡаҙаныштар ҙа арта.
— Бик дөрөҫ әйттегеҙ, районыбыҙҙа мәҙәни тормош гөрләп бара. Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, халыҡ һәм дини байрамдар үткәреү матур йолаға әйләнде.
Район Мәҙәниәт йортонда төрлө ижади коллективтар әүҙем эшләй. Әйтәйек, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфилә Мөнирова етәкселегендә «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле күп кенә халыҡ бейеүҙәрен сәхнәгә сығарҙы. Йыл һайын дуэт йәки трио «Байыҡ» конкурсында уңышлы ҡатнаша.
Мин үҙем дә «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамблендә шөғөлләнәм. «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында ҡатнашып, башҡорт бейеүен башҡарып, 1-се дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булдыҡ.
(Башы. Аҙағы 8-се биттә).
(Аҙағы. Башы 6-сы биттә).
Шулай уҡ Сочи ҡалаһында үткән «Ҡара диңгеҙ буйында» халыҡ-ара бейеү конкурсында ҡатнашып, Гран-при алдыҡ.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гүзәл Әхмәрова етәкселегендә 2012 йылдан халыҡ исеменә лайыҡ булған "Тамаша" театр коллективы бик уңышлы эшләп килә. Шулай уҡ күп ауылдарҙа драма түңәрәктәре, вокаль ансамблдәр эшләй. Улар ҙа халҡыбыҙҙың йолаларын, йыр-бейеү сәнғәтен пропагандалауға үҙ өлөшөн индерә. Һабантуй, Шәжәрә, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамдары үткәреү хәҙерге быуындарҙы тарихыбыҙ менән бәйләй, халыҡ мәҙәниәтенең, милли традицияларының ҡәҙерен белергә өйрәтә.
Февраль айында районыбыҙҙа Унлар ырыуы йыйыны ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Баш ҡаланан билдәле тарихсылар, ғалимдар, күренекле яҡташтарыбыҙ ҙа ҡатнашты. Район, ауылдар тарихын һәм нәҫелдәрҙе нығыраҡ өйрәнергә этәргес булды был сара.
Ҡариҙел районында, әйткәндәй, шәжәрә төҙөүҙә уҡытыусылар, өҫтәмә белем биреү педагогтары, ата-әсәләр, балалар ҙа ҡатнаша.
Районда китапханасылар менән бергәләп башҡорт мәҙәниәте һәм әҙәбиәте эшмәкәрҙәре, үҙебеҙҙең яҙыусылар, композиторҙарҙың юбилейҙары даими билдәләнә. Әҙәбиәт һәм тыуған яҡты өйрәнеү өлкәһендә уңышлы эшләгәндәр өсөн Ғаян Лоҡманов исемендәге әҙәби премия булдырылды.
— Белеүебеҙсә, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында делегат булдығыҙ. Сара һеҙҙә ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
— Йыйында башҡорт халҡының көнүҙәк проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән бик күп яңы программалар индерелде. Шулай уҡ башҡорт телен һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе күтәрелде. Халыҡтың рухи донъяһын байытыу һәм үҫтереү яғынан күҙҙең яуын алырҙай күргәҙмә ойошторолғайны. Тәжрибәле, ихтирамға лайыҡ яҙыусылар, хеҙмәттәштәр менән аралашыуым күңелемдә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы. Һис шикһеҙ, ошондай ҙур сара башҡорт халҡының үҫешендә һәм тормош-көнкүрешендә мөһим роль уйнай, тип уйлайым. Был сара минең дә киләсәк тормошома рухи көс һәм дәрт бирҙе.Үҙ еремде, телемде һаҡлап, халҡым тип янып йәшәргә, йәмғиәттә кәрәкле кеше булырға этәргес булды.
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ үҙҙәренең тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап йәшәгән. Шуға күрә, беҙ ҙә, уларҙың балалары, ейәндәре, үҙебеҙҙең асылыбыҙға, олатайҙар аманатына тоғро ҡалырға тейешбеҙ. Мәктәптәрҙә башҡорт телендә уҡытыу, телде Башҡортостаныбыҙҙың дәүләт теле булараҡ ҡына түгел, ә туған тел булараҡ өйрәнеү ыңғай һөҙөмтәләр бирә.
Туған телгә һөйөү әсә ҡарынында яралып, ғаиләлә нығый, үҫә. Әгәр ҙә артабан балалар баҡсаһында һәм мәктәптә лә уны, өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыла икән, киләсәк быуындың телде һаҡлап ҡалыуына ышаныс ҙур.
— Киләсәккә ниндәй пландар ҡорҙоғоҙ?
— Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайының пландары ҙур. Беҙҙең Башҡарма комитетта рәйес урынбаҫары, тарихсылар, Унлар ырыуының ҡор башы, мәҙәниәт өлкәһе, мәғариф системаһы, милли телдәр буйынса, йәштәр менән эшләгән белгестәр бар. Иң төп бурыс — телебеҙҙе һаҡлау, ата–бабаларыбыҙҙан ҡалған рухи байлыҡты юғалтмай, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тергеҙеү, ауыл биләмәләре менән әүҙем эш алып барып, сараларға күберәк халыҡты йәлеп итеп, туған телебеҙгә һөйөү уятыу. Күмәк көс менән уй-теләктәребеҙҙе тормошҡа ашыра алырбыҙ.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Люция Карамова әңгәмәләште.
Ҡариҙел районы.

Башҡорт теленә иғтибар арта
Башҡорт теленә иғтибар арта
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: