Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
18 Декабрь 2021, 09:00

Балаҫ һуғыу серҙәре менән таныштылар

Келәм һуғыу кеүек боронғо халыҡ кәсебе тамырҙары менән йыраҡҡа китә. Элек был һөнәр тормошта бик кәрәкле булған. Һәр ҡатын-ҡыҙ уны күңел йылыһын биреп башҡарған.

Балаҫ һуғыу серҙәре менән таныштылар
Балаҫ һуғыу серҙәре менән таныштылар

Хәҙер бындай ихтыяж юк, әммә шуға ҡарамаҫтан, был шөғөл әле лә күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Күргәҙмәләрҙә әленән-әле ошо боронғо кәсепте тергеҙеүсе оҫталар менән танышабыҙ.
Район балалар китапханаһында “Борай биҙәктәре” клубының сираттағы ултырышы ошо үҙенсәлекле халыҡ кәсебенә арналды. Унда 3-сө мәктәптең 8-се класс уҡыусылары боронғо балаҫ һуғыу яйланмаһы менән танышты. Шулай уҡ балалар етен үҫемлеге, уны үҫтереү, эшкәртеү тураһында мәғлүмәт алды. Ахырҙа ҡыҙҙар һәм малайҙар етен ебенән балаҫ һуғып ҡараны. Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс мәҙәни сарала балалар "Пушкин картаһы" сиктәрендә ҡатнашты.


Гөлназ Хужина.

Балаҫ һуғыу серҙәре менән таныштылар
Балаҫ һуғыу серҙәре менән таныштылар
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: