Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
17 Декабрь 2021, 14:32

”Туған тел – халыҡ йәне”

Бөгөн, 17 декабрҙә, Өфөлә ошондай исем менән Республика ата-әсәләр форумы үтә, тип хәбәр иткәйнек. Сара «Торатау» Конгресс-холында ойошторолған, уның эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар ҡатнаша.

”Туған тел – халыҡ йәне”
”Туған тел – халыҡ йәне”

Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова сараны асып, Башҡортостанда туған телде өйрәнеү, уҡытыу, һаҡлау мәсьәләләренә ҡағылышлы төплө сығыш яһаны.
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә ойошторолған, Ата-әсәләр комиссияһы дүрт йылға яҡын эшләп килә. Ошо арауыҡта күп эштәр башҡарылды. Республиканың ҡала һәм район үҙәктәрендә ата-әсәләр менән осрашыуҙар, кәңәшмәләр үткәрҙек, проблемаларҙы уртаға һалып тикшерҙек. Пандемия осоронда зум- конференциялар ойошторолдо, башҡорт телен уҡытыу буйынса сараларҙа ҡатнаштыҡ.
Бөгөнгө форумдың маҡсаты - башҡорт телен артабан үҫтереү һәм һаҡлау, популярлаштырыу. Артабан сарала йыйылған тәҡдимдәрҙе, кәңәштәрҙе бергә туплап, киләсәктә әсә теленең мөһимлеген, кәрәклеген аңлатҡан үҙенсәлекле проект – эш йүнәлештәрен булдыраһы ине, - тине Эльвира Митин ҡыҙы.
Форумға республиканың район һәм ҡалаларынан ата-әсәләр комитеттары ағзалары килгән. Пленар өлөштән һуң ҡунаҡтар бер нисә тематик зал буйлап таралды, “Донъяуи кафе” ла тел мәсьәләләре буйынса көнүҙәк темаларҙы тикшерҙе.
Спикерҙар һәм эксперттар араһында халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре – Зөһрә Рәхмәтуллина, Булат Йосопов, Гүзәл Вилданова, Гөлназ Ҡолһарина, Ринат Рамазанов, Айгиз Ҡунафин һәм башҡа билдәле мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәрҙәре бар. Һөйләшеүҙәр ғаиләлә башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙә аралашыу ҡағиҙәләре; йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүҙең һөҙөмтәле алымдары; милли мәктәптәр ниндәй булырға тейеш; балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөн ойоштороу проблемалары һәм юлдары; мәғарифты һанлаштырыу һәм башҡа ошо юҫыҡтағы темаларға ҡағыла.
Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Youtube һәм Бәйләнештә социаль селтәрҙәрендә тура трансляцияла күрһәтелә. Форум һөҙөмтәләре буйынса резолюция ҡабул ителәсәк, иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары билдәләнәсәк.

 

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_45868

”Туған тел – халыҡ йәне”
”Туған тел – халыҡ йәне”
Автор:
Читайте нас: