Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
15 Декабрь 2021, 16:53

Тантаналы саранан рухланып ҡайта

Өфөлә Башҡорт теле көнөнә арналған ҙур байрам — тәбрикләү сараһында Ҡарткиҫәк ауылы ағинәйҙәрен етәкләүсе әүҙем, рухлы, телһөйәр ағинәй Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина ла ҡатнашып, махсус бүләк алып ҡайта.

Тантаналы саранан рухланып ҡайта
Тантаналы саранан рухланып ҡайта

“Бик матур, бай йөкмәткеле сара үтте. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды туған телебеҙҙе киңерәк таратыуға йүнәлтелгән яңы проекттар менән таныштырҙы. Был байрамды ошо фонд менән берлектә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторған.Байрамда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова сәләмләне.Йыр-моң менән үрелеп барған сарала “Башҡортсофт” онлайн тәржемәсеһе, “Интерактив башҡорт теле”, “Глосбе” һәм башҡа проекттар менән таныштырыу ойошторолдо. Шулай уҡ Башҡорт википедияһы, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан иғлан ителгән конкурстарға йомғаҡ яһалды. Мәскәү ҡалаһында йәшәгән Әлфиә Күсәрбаева “Башҡорт булып уйнайбыҙ” тип аталған интерактив өҫтәл уйынын тәҡдим итте. Әлфиә тормош юлдашы менән был проектты ике ай эсендә ғәмәлгә ашырған. “Тамыр” балалар телеканалы директоры канал тарафынан төшөрөлгән үҫмерҙәр өсөн “Ышан” фантастик сериалы тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Шулай уҡ сара барышында “Башҡорттар” проектына һәм "Минең әкиәт" конкурсына йомғаҡ яһалды. Мин үҙем “Башҡорттар” проекты өсөн  мәҡәләләр яҙып һалғайным. Минең яҙғандарымды ла баһалап, махсус бүләк тапшырҙылар. Был саранан шул тиклем илһамланып, рухланып ҡайттым. Туған телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү, киңерәк таратыу буйынса шул тиклем ҙур эш башҡарғандар. Һәр бер проект буйынса һөйләп, аңлатып, уларҙа ҡатнашыусыларҙы билдәләп үттеләр. Ошо сарны ойоштороусыларға, бөтә проекттарҙы уйлап,  уларҙы тормошҡа ашырыусыларға һәм уларҙа ҡатнашыусыларға ла ҙур рәхмәт. Райондаштарыма бындай сараларҙа  әүҙемерәк булырға кәрәк, тигән теләктәремде еткерәм һәм миңә Өфөгә барып, шундай рухлы сараны ҡарарға мөмкинлек биргәндәре өсөн район хакимиәтенә, мәҙәниәт бүлегенә һәм район башҡорттары ҡоролтайына рәхмәт белдерәм”, — тип тәьҫораттары менән бүлеште Фәнирә Мәүли ҡыҙы.

Наилә Имаева.

Тантаналы саранан рухланып ҡайта
Тантаналы саранан рухланып ҡайта
Тантаналы саранан рухланып ҡайта
Тантаналы саранан рухланып ҡайта
Тантаналы саранан рухланып ҡайта
Тантаналы саранан рухланып ҡайта
Тантаналы саранан рухланып ҡайта
Автор:
Читайте нас: