Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
10 Декабрь 2021, 09:14

“Башҡорт теле — шөкөр тел”

Башҡорт теле көнөнә арналған “Ете аҙым” марафонының  3-сө көнө “Башҡорт теле — шөкөр тел” девизы аҫтында үтә. Ни өсөн шөкөр итә белергә кәрәк? Ошо  хаҡта  30 йыл ғүмерен балаларға  башҡорт  теле    һәм әҙәбиәтенән белем биреп,  туған телгә һөйөү тәрбиәләгән мәғариф ветераны,  Ырымбур “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенә 3-сө курста уҡып йөрөүсе  Сәлимә Әнүәр ҡыҙы Әбүбәкерова һөйләне.

“Башҡорт теле — шөкөр тел”
“Башҡорт теле — шөкөр тел”

“Аллаһы Тәғәлә “Ҡөръән”дә:  “Шөкөр итегеҙ, шөкөр итһәгеҙ, арттырып бирермен...”, — ти.

Мосолман кешеһе һәр ваҡыт булғанына риза булып, ҡәнәғәтлек хисе кисереп, шөкөр итергә тейеш. Мөхәммәт пәйғәмбәр әйтә:

“Бәлә-ҡаза килгәндә сабыр итеүсе, ниғмәткә ирешкәндә шөкөрана ҡылыусы, үҙенә золом килгәндә, ғәфү итә алыусы, ә инде үҙе золом ҡылды иһә, ғәфү үтенә белеүсе – ошо дүрт төрлө кеше генә имен һәм бәхетле”.

Әлеге хәҙистә дүрт төрлө мөһим мәсьәлә ҡуҙғатыла. Беренсеһе – бәлә-ҡаза килгәндә сабыр булыу. Тимәк, мосолман кешеһен сабырлыҡ сифаты биҙәп торорға тейеш. Бәхеттең нигеҙе – сабырлыҡ. Халҡыбыҙ борон-борондан “Сабыр төбө – һары алтын”,  тип әйтә килгән.

Был хәҙистең икенсе өлөшө шөкөр итеүгә ҡағылышлы.”Кем дә кем ниғмәткә ирешкәндә шөкөр итһә, шул бәхетле булыр”, тип белгертә пәйғәмбәребеҙ.  Шөкөр итә белеү – ул кеше күңеленә тыныслыҡ өҫтәй, шөкөр итә белмәгән кешенең күңелендә иһә һәр ваҡыт бер төрлө ҡорт кимергән шикелле кемгәлер ҡарата көнсөллөк уты янып тора, уны бер ваҡытта ла етмәгәнлек тойғоһо ебәрмәй, ул уны эстән кимерә, йөрәген бөтөрә. Әкренләп был кеше үҙе лә тынысһыҙлана башлай. Сөнки ул шайтан ҡулында бик яҡшы ҡоралға әүерелә.

Был хәҙистең өсөнсө өлөшөндә золом тураһында фекер ҡуҙғатыла. Ғәфү итә белеү сифаты күптәрбеҙгә хас түгел, был ҡыҙғаныс. Мосолман кешеһе был сифатты үҙендә булдырырға тейеш. Беҙ, әҙәм балаларына, бер-беребеҙҙе ғәфү итмәйенсә, үпкәләшеп, дошманлашып был өс көнлөк донъяла күңелебеҙҙә үс һаҡлап, күңел тыныслығын юйып йөрөү килешәме һуң? Әлбиттә, юҡ.

Бәхетле булыусыларҙың дүртенсе төркөмөнә “үҙе золом ҡылып, шул золомдо танып, хатаһын аңлап, кешенән ғәфү үтенә белеүселәр” керә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был күренеш тә хәҙерге көндә һирәк күҙәтелә башланы. Мосолман кешеһе хата эшләһә, уны аңлап, танып, рәнйетелгән кешенән ғәфү үтенергә тейеш.

Ғалимдар әйтеүенсә, шөкөр итеү өс өлөштән тора. Беренсеһе – аҡыл менән, ысын күңелдән шөкөр итеү. Икенсеһе – тел менән, һүҙ менән шөкөр итеү. Өсөнсөһө – ғәмәл менән шөкөр итеү.

Мосолман кешеһе шөкөр итеү йөҙөнән Аллаһҡа ғибәҙәттәр ҡыла, йәтим-меҫкендәргә, мохтаж фәҡирҙәргә саҙаҡа биреп, өлөш сығара.  Былар ғәмәл менән шөкөр итеү була.

Һуңғы ваҡытта беҙҙең күптәребеҙ зарланыуға күсте, шөкөр итеүҙе онотто.

Тормошта теге йә был етмәй, етәкселәр эшләмәй, донъяла барыһы ла насар, ни өсөн улай, ә былай түгел?! Бына ошондайыраҡ  ризаһыҙлыҡ белдерергә оҫтарҙыҡ. Ә үҙебеҙҙең тирә-яҡты, тормошобоҙҙо матурлау өсөн, яҡындарыбыҙ, күршеләребеҙ, ауылдаштарыбыҙҙың хәлен еңеләйтеү өсөн беҙ, үҙебеҙ, нимә эшләйбеҙ һуң?! Ошо һорауҙы һәр беребеҙ үҙебеҙгә биреп ҡарайыҡ, хөрмәтле йәмәғәт! Булғанына шөкөр итәйек, булмағанын булдырырға тырышайыҡ, тормоштан зарланмайыҡ!

“Тормош ауыр, ләкин матур!” тип әйтә инем уҡыусыларыма. Ысынында шулай бит! Районыбыҙҙағы матур үҙгәрештәрҙе генә алып ҡарайыҡ әле. Үҫеш бар бит, тормош алға табан бара! Ауылдарыбыҙға хыялыбыҙҙағы асфальт юлдар һалына, йорттарға зәңгәр яғыулыҡ – газ кертелә һ.б. Шулай булғас, зарланырға урын юҡ, тип уйлайым. Иң беренсе, үҙебеҙҙе, тәртип, әхлаҡ-әҙәптәребеҙҙе төҙәтәйек!  Ғаләмдәрҙе юҡтан бар итеүсе Аллаһ та бит: ”Үҙегеҙҙе үҙгәртмәйенсә тороп, Мин һеҙҙең хәлегеҙҙе үҙгәртмәҫмен!” ти”, — тип һөйләне Сәлимә Әнүәр ҡыҙы.

“Башҡорт теле — шөкөр тел”
“Башҡорт теле — шөкөр тел”
Автор:
Читайте нас: