Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
23 Ноябрь 2021, 09:21

“Минең әкиәт” конкурсы саҡыра

Башҡорт теле көнөнә арналған "Минең әкиәт" конкурсы иғлан ителә. Шарттары - яҙмала.

“Минең әкиәт” конкурсы саҡыра
“Минең әкиәт” конкурсы саҡыра

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә Башҡорт теле көнөнә арналған "Минең әкиәт" конкурсын иғлан итә.

Сара башҡорт телендә әкиәт яҙыусыларға тәғәйенләнгән. Ҡатнашыусылар 18 йәшкә тиклемгеләр һәм унан өлкәндәргә бүленә.

Әкиәттәргә талаптар:

- яңы, үҙенсәлекле сюжет;

- күләме буйынса өс биткә тиклем, Times New Roman шрифты, 14 кегль, 1,5 интерваллы булырға тейеш.

Эштәрҙе ебәргәндә беренсе битендә әкиәттең исемен, исем-шәрифте тулыһынса, йәшегеҙҙе, тыуған ерегеҙҙе, электрон почтағыҙҙы һәм телефон һандарығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ. Әкиәттәр [email protected] адресы буйынса 5 декабргә тиклем ҡабул ителә. Шулай уҡ эштәрегеҙҙе социаль селтәрҙә #МинеңӘкиәт2021 хештегы аҫтында һалыу мотлаҡ.

Әкиәттәр баһалама ағзалары күҙлегенән үткәс, бер ПДФ форматҡа йыйылып, социаль селтәрҙәрҙә һәм мәктәптәргә таратыла. Иң шәптәре республика балалар гәзит-журналдарында баҫыласаҡ.

#БашФонд #Башкортостан #МинеңӘкиәт2021 #БашҡортТелеКөнө  

Фотолар: "Бәйләнештә".

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
“Минең әкиәт” конкурсы саҡыра
“Минең әкиәт” конкурсы саҡыра
Автор:
Читайте нас: