Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
17 Ноябрь 2021, 15:07

Тарихты белергә тейешбеҙ

Республикала быйыл Башҡорт тарихы йылы үтә. Уға йомғаҡ Башҡорт теле көнөндә — 14 декабрҙә яһаласаҡ. Башҡорт тарихы йылында районда ниндәй эштәр башҡарылған? Ҡуйылған маҡсаттар, төҙөлгән пландар ысынға ашҡанмы? Был һорауҙарға яуап эҙләп, Борай районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Харисовҡа мөрәжәғәт иттек.

Тарихты белергә тейешбеҙ
Тарихты белергә тейешбеҙ

— Илгиз Зөфәр улы, Башҡорт тарихы йылы ахырына яҡынлаша. Пандемия шарттарында уҙғас, ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү еңелдән булмағандыр?
— Әлбиттә, пандемия осоро булмаһа, әллә ниндәй күләмле саралар ойошторолор ине, һүҙ ҙә юҡ. Тик эш бит унда түгел. Беренсенән, беҙ эш планын төҙөгәндә үк пандемияны күҙ уңында тоттоҡ. Икенсенән, милләттең тарихын, уның асылын өйрәнер өсөн ниндәйҙер ҙур саралар ойоштороу мотлаҡ түгел. Үткәнеңде барлау ғаиләнән башлана, балалар баҡсаһында, мәктәптә дауам итә. Был йәһәттән балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙә Башҡорт тарихы йылына бағышланған эштәр байтаҡ башҡарылды. Балалар менән милли йолалар йәки милли кейем тураһында әңгәмә ҡорһаң да, әҙиптәрҙең ижадын өйрәнһәң дә, шәжәрә төҙөү асылын асһаң да, шул бер маҡсатҡа ирешеү була бит. Шулай уҡ “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр каналы, “Аҡбуҙат” журналы беҙҙә ҡунаҡта булды, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән осрашты, ҡыҙыҡлы саралар ойошторҙо.
— Эйе, шулай. Былары балалар менән эш. Ә урта быуын вәкилдәре, өлкәндәр менән эш нисек барҙы? Сер түгел, үткәндәрҙе өйрәнергә, белергә теләүселәр аҙ булған заманала йәшәйбеҙ.
— Һеҙҙең һүҙ менән дә килешергә була, тик тулыһынса түгел. Үҙ милләтенең тарихын белергә теләүселәр беҙҙә аҙ тимәҫ инем. Кеше ҡыҙыҡһына үткәне менән. Мәҫәлән, райондың барлыҡ китапханаһында ла Башҡорт тарихы йылының планына ярашлы эш алып барыла. Китапханасылар “Мин тыуған ауылым тураһында беләм”, “Тыуған ерем — изге төйәгем”, “Ғаиләм шәжәрәһе”, “Шәжәрәләрҙә — халҡыбыҙ тарихы”, “Мин һәм минең исемем” тип аталған саралар ойошторолдо. Һәм уларҙың һәр ҡайһыһын ауыл халҡы яҡшы ҡабул итте, ихлас ҡатнашты. Яҙыусылар, шағирҙар ижадына бағышланған саралар, видеопрезентациялар даими ойошторола, уларҙа олоһо ла, кесеһе лә теләп ҡатнаша.
Донъяуи сара — Фольклориаданы ғына алыйыҡ. Сара үтәһе стадионда тирмәләр ҡоролдо, беҙҙең Борай ерендә йәшәгән башҡорттарға хас булған үҙенсәлектәрҙе күрһәтеп, уның эсе һәм әйләнә-тирәһендә күргәҙмә ойошторолдо, беҙҙең халыҡтың элек-электән килгән йолалары, кәсептәре күрһәтелде. Халыҡ шул урында ҡайнаны. Һаҡал, сулпы яһау, кейеҙ баҫыу, кейеҙҙән һәм етендән балаҫ һуғыу кеүек оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға теләүселәр байтаҡ ине. Быларҙың барыһы ла беҙҙең тарих бит.
Милли кейем көндәре нисек матур үтә. Был бит әле милли кейем кейҙең дә фотоға төшөп, уны социаль селтәрҙәргә ҡуйҙың, тигән һүҙ генә түгел. Район китапханаһында милли кейем өлгөләрен өйрәнеү буйынса оҫталыҡ сәғәттәре ойошторолһа, унда килергә теләүселәр бихисап була. Кеше ҡыҙыҡһына. Тимәк, милләте тарихына битараф түгел.
— Ырыуҙар йыйыны тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?
— Шөкөр, Башҡорт тарихы йылына бағышланған ҙур саралар ҙа ойошторолдо. Мәҫәлән, республикала Ырыуҙар йыйындары гөрләп уҙҙы. Уның беренсеһе, Елдәк ырыуы йыйыны Борай ерендә ойошторолоуы менән ғорурланабыҙ. Беҙҙә бит ырыу исемен һаҡлап ҡалған ауыл да бар.Республика райондарына таралған ырыуҙаштар бер урынға йыйылып ҡор йыйҙы, нәҫелдәрен барланы, аралашты, үҙ телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалырға һүҙ ҡуйышты. Унан Унлар ырыуы йыйынына — Ҡариҙел районына, Эске Йылан ырыуыныҡына Дүртөйлөгә барҙыҡ. Уларҙа ла үҙебеҙҙең Борай районы территорияһында йәшәгән ошо ырыу вәкилдәре үҙҙәренә генә хас булған үҙенсәлектәрҙе күрһәтте. Дүртөйлө ҡалаһында уҙған Эске Йылан ырыуы йыйынында яҡташыбыҙ, сатирик яҙыусы, шағир Марсель Сәлимов ижадына бағышланған махсус күргәҙмәне күреп, ғорурланып, һөйөнөп ҡайттыҡ. Сит районда ошо ырыуҙың билдәле шәхесе булараҡ яҡташыбыҙ ижадына айырым урын биреүҙәренә нисек ғорурланмайһың инде!?
Тағы ла бер ҙур ваҡиға — Борай ерендә тыуып-үҫеп, фән өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән башҡорт ғалимдары Ҡасим Әхмәров һәм Мөсәллиә Хәйруллинаға таҡтаташ ҡуйылды. Унда йәмәғәт эшмәкәре, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” төбәк ижтимағи ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина етәкселегендәге делегация ҡатнашты.
Әлбиттә, Башҡорт тарихы йылына бағышланған сараларҙы бик күп һанарға була. Билдәле сәбәптәр менән уларҙың онлайн форматта уҙҙырылғандары ла байтаҡ. Тарихыбыҙға иғтибар арттырыуҙы, халыҡта үткәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы беренсел маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ икән, беҙ быға ирештек, тип әйтә алам.
— Илгиз Зөфәр улы, белеүемсә, һеҙ үҙегеҙ ҙә үҙ нәҫелегеҙ тарихын ныҡлап өйрәнәһегеҙ. Шәжәрәгеҙ ҙә бик бай төҙөлгән.
— Нәҫелде барлау менән мин үҙем генә шөғөлләнмәйем. Беҙҙең олатайҙың Ҡөрьән китабының тышында шәжәрәбеҙ яҙылғайны. Уны өйрәнеүҙе бер 20 йылдар элек республиканың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы булған оло ағайым Ринат Харисов башлап ебәрҙе. Беҙ уға ҡушылдыҡ. Ата-бабаларыңдың кем булыуын өйрәнеү, быуындар бәйләнешен барлау бик еңел эш тип әйтеп булмай. Әммә ҡыҙыҡлы, үҙ эсенә алып инеп китә торған шөғөл. Беҙҙең шәжәрә олатайҙан уҡ 20 быуынды үҙ эсенә ала ине, хәҙер уның нисә быуынға еткәнен үҙегеҙ самалағыҙ. Хәҙерге заманда архивтарҙан мәғлүмәт алыу еңелләште. Бары тик ҡыҙыҡһынырға, эҙләнергә генә кәрәк, шәжәрә төҙөүҙе һәр кем булдыра ала, тип уйлайым. Шуныһын да әйтеп үтәм, алда исемләп үткән профессор Мөсәллиә Хәйруллина менән беҙ бер нәҫелдән булып сыҡтыҡ. Ул да үҙ шәжәрәһен белгән, төҙөгән, нәҫел ағасының төбөндә яҙылған кешеләребеҙ бер, бары тик ағастың икенсе ботағы кеүек кенә айырылып киткәнбеҙ.
— Эйе, ғорурланырлыҡ.
— Ғорурланырлыҡ ҡына түгел, был яуаплылыҡ та. Нәҫел ағасын дауам итеү бер эш, милләтебеҙ тарихында эҙеңде ҡалдырыу — икенсе. Шуға ла тарихты белеү зарур. Юҡҡа ғына тарихын белмәгәндең киләсәге юҡ, тип әйтмәгәндәр.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Венера Арысланова.

Тарихты белергә тейешбеҙ
Тарихты белергә тейешбеҙ
Автор:
Читайте нас: