Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
3 Ноябрь 2021, 09:25

"Тамға" конкурсанттар һайлай

Башҡорт милли кейеме оҫталарының II "Тамға" халыҡ-ара конкурсында ҡатнашыуға ҡайҙарҙан ғаризалар килгән, эштәрҙе кемдәр баһалай?

"Тамға" конкурсанттар һайлай
"Тамға" конкурсанттар һайлай

Башҡорт милли кейеме оҫталарының II "Тамға" халыҡ-ара конкурсында ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар 20 октябргә тиклем ҡабул ителде. Әле онлайн тәртиптә һайлап алыу туры бара.

Жюри ике көн дауамында 200-ләп ҡатнашыусының эштәрен ҡараясаҡ. Конкурсанттар – Италиянан, Төркиәнән, Ҡаҙағстандан, Мәскәүҙән, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан һәм, әлбиттә, Башҡортостандан. Был турала республиканың мәҙәниәт порталы хәбәр итте.

"Тамға"ның баһалама комиссияһында Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы директоры, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлдәр Моратова; Рәсәйҙең Дизайнерҙар, ЮНЕСКО-ның Рәссамдар союздары ағзаһы, милли кейемдең юғары модаһы буйынса "Этно Эрато" Евразия конкурсында Гран-при алған Александр Кирдякин; тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Р. Кузеев исемендәге Этнология тикшеренеүҙәре институты ҡарамағындағы Археология һәм этнография музейы этнография бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Елена Нечвалода; "Мәргән уҡсы" ойошмаһы етәксеһе, былтыр үткән тәүге "Тамға"ла Гран-при алған Юлай Ғәлиуллин; республиканың Милли музейы этнография бүлегенең ғилми хеҙмәткәре, рәссам Сәлимә Усманова; Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, проекттың координаторы Гөлгөнә Баймырҙина; Өфө художество-гуманитар колледжында ювелир эше һөнәре буйынса уҡытыусы Миңлегөл Дәүләтова эшләй.

Милли кейем оҫталарының эштәре биш номинацияла: "Башҡорттарҙың милли кейеме – реконструкция", "Заманса автор костюмы", "Балалар кейеме", "Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре", "Традицион башҡорт костюмы аксессуарҙары"нда ҡарала.

Билдәле булыуынса, тәүге "Тамға" былтыр уҙғарылды. Проект традицион милли кейемдең уникаллегенә, этник үҙенсәлектәренә, заманса мода менән ҡатнашлыҡтағы төрлөлөгөнә иғтибар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Сығанаҡ: kulturarb.ru

"Тамға" конкурсанттар һайлай
"Тамға" конкурсанттар һайлай
Автор:
Читайте нас: