Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
1 Ноябрь 2021, 09:00

Башҡорт ҡымыҙы халыҡ-ара баҙарға сыға

Бындай хоҡуҡты республиканың ниндәй предприятиелары алды? 

Башҡорт ҡымыҙы халыҡ-ара баҙарға сыға
Башҡорт ҡымыҙы халыҡ-ара баҙарға сыға

Һауыҡтырыу сифатына эйә булыуы һәм шифалылығы менән дан тотҡан башҡорт ҡымыҙына бар донъяла ихтыяж ҙур.

Башҡортостандың ике предприятиеһы — Шишмә районынан "Агро-Альянс" йәмғиәте һәм Өфө районынан А. Йәнгировтың шәхси хужалығы үҙ продукцияһын Таможня берлеге илдәренә - Әрмәнстанға, Белорусияға, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға экспортлау хоҡуғын алды. Бының өсөн ҡымыҙ етештереүселәргә ветеринария-санитар экспертизаның ҡатмарлы процедураһын үтергә тура килгән. Уларға Башҡортостан буйынса "Россельхознадзор" идаралығы һәм ветеринария идаралығы белгестәре ярҙамға килгән.

Комиссия эше һөҙөмтәләре буйынса, беҙҙең ойошмаларҙың продукцияһы Евразия иҡтисади берлеге талаптарына яуап бирә тип табылған, улар Евразия иҡтисади союзы предприятиеларының сит илдәргә ҡымыҙ экспортлау хоҡуғына эйә экспортерҙар реестрына индерелгән.

Билдәле булыуынса, илдә бындай эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм экспорт" милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Фото: Ауыл хужалығы министрлығы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Лилия Нуретдинова
Башҡорт ҡымыҙы халыҡ-ара баҙарға сыға
Башҡорт ҡымыҙы халыҡ-ара баҙарға сыға
Автор:
Читайте нас: