Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
20 Октябрь 2021, 14:20

Башҡортостан халҡы башҡорт балы, мыҙы һәм ҡаҙылыҡ өсөн тауыштарын бирә ала

Бөгөн төбәк аҙыҡ-түлек брендтарының «Рәсәй тәмдәре» милли конкурсында халыҡ тауыш биреүе башланды.

Башҡортостан халҡы башҡорт балы, мыҙы һәм ҡаҙылыҡ өсөн тауыштарын бирә ала
Башҡортостан халҡы башҡорт балы, мыҙы һәм ҡаҙылыҡ өсөн тауыштарын бирә ала

20 октябрҙән 7 ноябргә тиклем һәр төбәк халҡы үҙәҙренә оҡшаған өс брендҡа тауыш бирә ала. Бының өсөн сайтҡа үтергә һәм исемлектән төбәкте һәм брент атамаһын һайларға кәрәк.

«Башҡортостанда аҙыҡ-түлек брендтары традицион рәүештә һанап бөткөһөҙ, - тине БР хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. – Төбәктә продукция етештереп кенә ҡалмайҙар, шулай уҡ унан тәмле һәм файҙалы аҙыҡ-түлек етештерәләр. Былтыр «Халыҡ тауыш биреүе» номинацияһында беҙгә призды урындарға саҡ ҡына ҡалған ине. Башҡорт балыеңеүенә бер аҙ ғына тауыш етмәне.Хәҙер беҙ ҡулдан ысҡынғанды кире тота алабыҙ».

Әле ярышта республиканы 15 бренды күрһәтә. Улар «Башҡорт өсмөйөшө», «Башҡорт талҡаны», «Башҡортостандан оҫталар шоколады», «Башҡорт соусы», «Башҡортостандан ҡаҡланған страус филеһы», «Башҡорт ҡымыҙы», «Башҡорт алкоголһеҙ балы», «Бөрйән солоҡ балы», «Федоровка ҡаҙы», «оҙаҡ ваҡыт тотолған Башҡорт сыры», «Башҡорт сей килеш ҡаҡланған ҡаҙыһы», «Башҡорт ҡорото», «Башҡорт баллы сыры», «Ҡорғаҙаҡ» минераль һыуы» һәм конкурстың былтырғы миҙгелендә «Бөтә илгә» номинацияһында бронза еңеүсеһе - «Башҡорт балы».  

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә барыһына ла республиканың яратҡан аҙыҡ-түлек брендтары өсөн тауыш бирергә саҡырҙылар.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2021-10-20/zhiteli-bashkirii-smogut-otdat-svoi-golosa-za-bashkirskiy-med-kumys-i-kazylyk-2554149

Авторҙар:Айбулат ИшназаровПМИ Башинформ.рф(баш)
Башҡортостан халҡы башҡорт балы, мыҙы һәм ҡаҙылыҡ өсөн тауыштарын бирә ала
Башҡортостан халҡы башҡорт балы, мыҙы һәм ҡаҙылыҡ өсөн тауыштарын бирә ала
Автор:
Читайте нас: