Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Башҡорт донъяһы
10 Октябрь 2021, 03:45

Ғилми сессияның икенсе ултырышы үтте

Баш ҡалала СССР фәндәр академияһының башҡорттар этногенезы мәсьәләләре буйынса тарих бүлеге сессияһының 50 йыллығына арналған Башҡорттар антропологияһы һәм этник тарихы ғилми сессияһының икенсе ултырышы үтте.

Ғилми сессияның икенсе ултырышы үттеҒилми сессияның икенсе ултырышы үтте
Ғилми сессияның икенсе ултырышы үтте



Республиканың Хөкүмәт Премьер-министры министры урынбаҫары Азат Бадранов үҙ сығышында ярты быуат элекке ваҡиғалар һәм уның һөҙөмтәләре заманыбыҙҙың фәнни донъяһында мөһим әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Фәнни сессия артабанғы тикшеренеүҙәр һәм Башҡортостанда гуманитар фәнде үҫтереүгә нигеҙ һалған. Шулай уҡ гражданлыҡ үҙбилдәләнешен формалаштырыу йәһәтенән артабанғы мәғариф һәм ағартыу сараларын ойоштороу, дәүләт идараһының төп бурысы булып торған конструктив асыл формалаштырыу һәм радикаль идеяларға ҡаршы тороу йәһәтенән дә уның әһәмиәте ҙур. Был мәсьәләләр Рәсәй Федерацияһының 2025 йылға тиклемге дәүләт милли сәйәсәте стратегияһында ла билдәләнгән.

Тулыраҡ: https://kurultai.ru/ba/content/2665-bolshoe-nauchnoe-..

Ғилми сессияның икенсе ултырышы үтте
Ғилми сессияның икенсе ултырышы үтте
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас