

Был һуғышта беҙҙең республика биләмәһендә йәшәүсе халыҡтар ҙа ҡатнаша. Башҡорттар иһә айырым полктар төҙөп, Ватанын һаҡлап яу саба. Европала уларҙы “төньяҡ амурҙары” тип атайҙар. “Любезные вы мои, башкирцы, молодцы!” – ти ихтирам итеп һәм һоҡланып ғәскәр башлығы Михаил Кутузов.
Әлбиттә, еңеүгә ҙур өлөш индергән ата-бабаларыбыҙ тураһында хәтерҙе һаҡларға бурыслыбыҙ.
2022 йылда Еңеү юбилейын бай йөкмәткеле итеп үткәреү хәстәре күрелә, саралар планы төҙөлә һәм раҫлана. Был турала БР Башлығы Радий Хәбировтың указы бар.
Фото: vk.com
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-10-05/t-nya-amur-ary-yyly-bulyrmy-2531464?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816