

Бөгөн республикала Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө билдәләнелә. Ошо уңайҙан Асҡын ауылының “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында милли кейемдәр парады үтте. Данлы тарихыбыҙҙы, бай мәҙәниәтебеҙҙе, рухиәтебеҙҙе, йәшәйешебеҙҙе сағылдырыу, быуындан-быуынға тапшырылған ҡомартҡыларҙы йәш быуынға еткереү маҡсатында үткәрелгән сарала район Мәҙәниәт йортонда һәм ауылдарҙағы мәҙәниәт усаҡтарында эшләп килгән ансамблдәр, ижади коллективтар, Балалар сәнғәт мәктәбе, Асҡын ауыл Советы, Асҡын биләмә-ара үҙәк китапханаһы, мәғариф бүлеге, Асҡындың 1-се һәм 2-се урта мәктәптәре, Башҡорт ауыл хужалығы һөнәри белем биреү колледжы вәкилдәре милли кейемдәрҙә үтте.
Сараға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов сәләмләп, байрам уңайынан изге теләктәрен еткерҙе. Милли кейемдәр көнө халҡыбыҙ иғтибарын тарихи ҡомартҡыларға йәлеп итергә, матди мәҙәниәтебеҙҙе популярлаштырырға, милли кейемдәрҙе тергеҙергә, уларҙың мәғәнәһен белергә, көндәлек тормошҡа милли элементтарҙы индерергә ярҙам итеүен билдәләне.
Сара мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм үҙешсән сәнғәт оҫталары сығышы менән тамамланды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан халыҡтарының милли кейемдәре көнө республика Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса, йыл һайын апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә.
Наилә Имаева.