Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Башҡорт донъяһы
4 Сентябрь 2021, 17:55

Луганск делегацияһы - Шайморатовтың тыуған ерендә

Башҡортостанға килгән Луганск Халыҡ Республикаһы делегацияһы вәкилдәре Ҡырмыҫҡалының Шайморатов ауылында ла булды.

Луганск делегацияһы - Шайморатовтың тыуған ерендәЛуганск делегацияһы - Шайморатовтың тыуған ерендә
Луганск делегацияһы - Шайморатовтың тыуған ерендә

Тарихи хәтерҙе мәңгеләштереү, уртаҡ рухи, тарихи, мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм популярлаштырыу, шулай уҡ ике республика араһында барлыҡҡа килгән дуҫлыҡ ептәрен нығытыу маҡсатында Өфөгә килгән Луганск Халыҡ Республикаһы делегацияһы вәкилдәре Шайморатов ауылында ла булды.

Был сәфәрҙе беҙҙең республиканың Йәмәғәт палатаһы ярҙамында “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте”нең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе ойошторған. Улар үҙҙәре менән “Һуғышта һәм тыныс тормошта ете йыл” тип аталған фотокүргәҙмә алып килгән. Хәбәр итеүебеҙсә, был күргәҙмә Башҡортостан Милли музейында асылды.

Луганск Халыҡ Республикаһы сит ил эштәре министры Владислав Дейнего етәкселегендә килгән делегация составында Алчевск ҡалаһының Салауат Юлаев исемендәге эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Флүр Ҡарасурин, “Луганск яҡташтар берлеге” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Олег Акимов, Луганск Халыҡ Республикаһы Йәмәғәт палатаһы етәксеһе Алексей Карякин, Луганск мәғлүмәт үҙәге йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәрен һәм депутаттарҙы Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, уның социаль эштәр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева ҡаршы алды.

Батырҙың тыуған еренә тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан ҡунаҡтар Рәсәй Геройы, генерал-майор, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды, шулай уҡ Шайморатов ауылындағы күп функциялы мәҙәниәт йортонда М.М. Шайморатовтың 3Д маппинг музейы менән танышты.

"Бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте”нең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе тарафынан “7-се гвардия кавалерия корпусы атлыларының һәм шайморатовсыларҙың батырлыҡтары яңы документтарҙа һәм тикшеренеүҙәрҙә” тип аталған ғилми-ғәмәли конференция үтте. Эҙәрмәндәр, тарихсылар, фәнни хеҙмәткәрҙәр һәм музей эшмәкәрҙәре 7-се гвардия кавалерия корпусы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы атлылары батырлыҡтарын тикшеренеүҙе дауам итте. Конференция ойошторолоу алдынан улар тарафынан яңы тарихи факттарҙы асыҡлау маҡсатында ҙур эштәр башҡарылды. Был йәһәттән Башҡортостан, Луганск Халыҡ Республикаһы, Киев ҡалаһы, Мәскәү өлкәһенең Подольск ҡалаһы Оборона министрлығы архивтарында тикшеренеүҙәр киң йәйелдерелде, шулай уҡ Луганск Халыҡ Республикаһы кешеләренең ғаилә архивтары өйрәнелде.

Беҙ генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовты оло хөрмәт менән хәтеребеҙҙә һаҡлайбыҙ. Тарихты үҙгәртергә, боҙорға бер кемдең дә хаҡы юҡ. Киләсәктә лә ике республика араһында дуҫлыҡ ептәре нығыр, ҡаһармандар хаҡында иҫтәлек быуындан быуынға тапшырылып килер тип ышанам", - тине Луганск Халыҡ Республикаһының Халыҡ Советы депутаты Сергей Серов.

Делегация вәкилдәре шулай уҡ райондағы Шайморатов исемендәге “Йондоҙ” эҙәрмәндәр отрядының Ленинград өлкәһе Киров районы Вороново ауылы эргәһендәге экспедициянан алып ҡайтҡан экспонаттарынан ойошторған күргәҙмәһе менән танышты.

"Алты йыл эсендә был экспедицияларҙа барлығы 49 уҡыусы ҡатнашты, 26 кешенең һөйәктәре табылды. Уларҙы беҙ 8 майҙа Киров районындағы ҙур мемориалға тантаналы шарттарҙа күмеүгә тапшырабыҙ. Бер нисә экспедицияла ҡатнашҡан ҡайһы бер егеттәрҙе Ленинград өлкәһенең Оборона министрлығына уҡырға ебәрәбеҙ. Беҙҙә хәрби-патриотик, юнармеецтар клубтары әүҙем эшләй. Ғәҙәттә, өлгөр бала бөтә ергә лә өлгөрә: ул - юнармеец та, эҙәрмән дә", - тип һөйләне "Йондоҙ" эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Зәки Бикбаев.

Сарала ҡатнашыусылар Резеда Әхтәмованың Миңлеғәле Шайморатовтың бала һәм үҫмер сағы тураһында һөйләгәндәрен ҡыҙыҡһынып тыңланы.

Луганск ҡалаһынан килгән делегация вәкилдәре: “Беҙҙең барыбыҙға - бер тарихи иҫтәлек, был хаҡта оноторға тейеш түгелбеҙ”, - тип хушлашты.

Текстың авторы - Гөлсәсәк Аласова.

Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Луганск делегацияһы - Шайморатовтың тыуған ерендә
Луганск делегацияһы - Шайморатовтың тыуған ерендә
Автор:
Читайте нас