

Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында йәшәгән милләттәштәребеҙ генеалогик йылъяҙма конкурсында ҡатнашҡан. Сара ошо көндәрҙә Һарт-Әбдерәш ауылында, Шәжәрә байрамы сиктәрендә уҙғарылған.
Ойоштороусылары – Башҡортостандың Халыҡтар дуҫығы йорто филиалы – Ҡурған өлкәһе башҡорттарының тарихи-мәҙәни үҙәге, райондың ял үҙәге, Ҡурған өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы, Төрки телле халыҡтарҙың милли мәҙәниәте үҙәге һәм Һарт-Әбдерәш ял үҙәге.
Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Ильяс Бәҙретдинов әйтеүенсә, ҡатнашыусылар бәйгегә бик етди әҙерләнгән, жюри еңеүсене һайлау алдынан бер аҙ албырғап та ҡалған, сөнки барлыҡ шәжәрәләр ҙә иҫ киткес төплө, ентекле булған.
“Кешеләрҙең тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныуы бик ҡыуаныслы. Ҡатнашыу өсөн ғаризалар райондың төрлө төбәктәренән килде”, - ти белгес.
Барлыҡ ғаиләләр ҙә иҫтәлекле бүләктәр һәм башҡорт хаҡының милли традицияларын һаҡлауға ҙур өлөш индергән өсөн дипломдар менән бүләкләнгән.
Байрамда ҡатнашыусы милләттәшебеҙ Гөлбикә Шәмсетдинова түбәндәгеләрҙе бедерҙе:
– Минең олатайым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Ленинградты һаҡлаған. Нәҫелем, туғандарынм, ғаилә тарихы менән ғорурланам һәм уны һаҡлау, быуындан-быуынға еткереү өсөн барыһын да эшләйем. Беҙҙең шәжәрәлә 200 йылды үҙ эсенә алған мәғлүмәттәр бар. Уларҙы мин йылдар буйына бөртөкләп йыйҙым һәм башҡалар менән бүлешә алыуыма шатмын! Был шәжәрә байрамы рухи күтәренкелек, дәрт-дарман өҫтәне – ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, – тине ул.
Сарала урындағы һәүәҫкәр артистар сығыш яһаны, дәрт-дарманлы йыр-бейеүҙәре менән байрамды йәмләп ебәрҙе.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.