Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Башҡорт донъяһы
25 Август 2021, 12:05

“Бәләкәйҙән башҡорт икәнемде белеп үҫтем”

“Хәҙер туғандар араһында шикләнеүселәр юҡ: без - башҡортлар!” – ти рухлы милләттәшебеҙ Радик Бәхтиев.

“Бәләкәйҙән башҡорт икәнемде белеп үҫтем”“Бәләкәйҙән башҡорт икәнемде белеп үҫтем”
“Бәләкәйҙән башҡорт икәнемде белеп үҫтем”

Радик Бәхтиев – көслө рухлы, булдыҡлы милләттәштәребеҙҙән. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының “Без - башҡортлар” ойошмаһы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төньяҡ-көнбайыш башҡорттары мәсьәләһе буйынса төп белгесе. “Башҡорт ырыуҙары тарихы” йыйынтығын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡан.

Тыумышы менән Радик Рәлиф улы – Краснокама районының Яңы Аҡтанышбаш ауылынан. Гәрәй ырыуы башҡорт­тарының аҫаба ерендә урынлашҡан был ауыл айырым төйәк булараҡ 1844 йылдан билдәле. Әйтеүенсә, атаһы һәм әсәһе яғынан тамырҙары Татарстандың Аҡтаныш районына барып тоташа.

Радик Бәхтиев: "Тарихи тамырҙарын атайым яҡшы белде, үҙҙәрен татар тип иҫәпләгән туғандары менән йыш ҡына бәхәсләшеп, “Һеҙ белмәйһегеҙ – беҙ башҡорттар!” тип иҫбатлай торғайны", - ти. Ошондай хәбәрҙәрҙе ишетеп үҫкән Радик, ҙурая төшкәс, ғаилә тарихы, туған-тыумасаһы, тамырҙары менән ҡыҙыҡһына башлаған. Иң тәүҙә эште ете быуыны сағылған, ҡартатаһынан ҡалған шәжәрәнән башлаған. Һөҙөмтәлә Бәхтиевтарҙың борон-борондан ошо төбәкте үҙ иткән, аҫабалыҡ хоҡуғы булған Гәрәй ырыуы башҡорттары икәнлеге асыҡланған, документтар менән иҫбатланған.

“Хәҙер туғандар араһында шикләнеүселәр юҡ: без - башҡортлар!” – ти Радик Бәхтиев.

– Салауат Хәмиҙуллиндың “Башҡорт ырыуҙары” китабы донъя күрә башлағас, үҙҙәренең тамырҙары менән ҡыҙыҡһынған, бер маҡсатта янған, ошо эшкә ҡушылған рухлы, әүҙем кешеләр артты. Һөйләшебеҙҙе өйрәнергә тотондоҡ, тарихи факттарҙы асыҡланыҡ һәм 2019 йылда уҙған V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында беҙҙең төбәктән ҙур делегация ҡатнашты, үҙебеҙҙең хәрәкәтте рәсми иғлан иттек. Уның исемен, диалектыбыҙға ярашлы, “Без – башҡортлар” тип алдыҡ, сөнки булмышыбыҙға, тарихи хәҡиҡәткә тап килә. Башҡорт теле бик бай, үҙенсәлектәре күп, беҙҙең төбәк һөйләше ошоно тағы берҙе иҫбатлай. Ул әҙәби башҡорт теленән айырыла, әммә тыңлап ҡараһаң, оҡшашлыҡтар ҙа бихисап.

Хәрәкәтте яҡташтар ыңғай ҡабул итте. Беҙҙең төп маҡсат – халыҡҡа тарихи дөрөҫлөктө еткерергә, данлыҡлы башҡорт ырыуҙары тоҡомдары икәнлекте аңлатырға. Унан тыш, туған телебеҙҙә, һөйләшебеҙҙә балаларҙы уҡытыу мөмкинлеге булыуҙы көтәбеҙ. Был тарихи дөрөҫлөктө тергеҙеүҙә ҙур аҙым буласаҡ, сөнки ул саҡта бәләкәстән балалар үҙҙәренең башҡорт икәнлеген белеп үҫәсәк. Хәрәкәттең эше артабан да һөҙөмтәле булыр, тип уйлайым. Ғөмүмән, ырыуҙары, һөйләштәре менән айырылһалар ҙа, бер ҡәүемгә ҡараған башҡорттарҙы бер бөтөн итеп туплайһы ине, – ти Гәрәй ырыуы башҡорто  Радик Бәхтиев.

Фото геройҙың шәхси архивынан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
“Бәләкәйҙән башҡорт икәнемде белеп үҫтем”
“Бәләкәйҙән башҡорт икәнемде белеп үҫтем”
Автор:
Читайте нас