— Рәсәйҙә йәшәүсе барлыҡ күп балалы ғаиләләргә ҡаралған льготалар менән ҡулланабыҙ.Шулай ҙа беҙҙе борсоған мәсьәләләр байтаҡ: бер-бер артлы үҫеп килгән балаларыбыҙ мәктәпте тамамлағас, юғары йәки урта һөнәри белем алып, эш урыны таба алырҙармы? Артабан торлаҡ мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк була. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһына һайлаған депутаттар бына ошо мәсьәләләргә лә өҫтөнлөк бирһен ине. Һис һүҙһеҙ, юлдар һәм яңы социаль объекттар төҙөү, ауылдарға “зәңгәр яғыулыҡ” индереү, халыҡҡа бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү, лайыҡлы эш хаҡы һәм пенсия түләү – барыһы ла бөгөн ҙур иғтибар талап иткән бик мөһим һорауҙар! Быларҙың барыһы буйынса ла яҡын киләсәктә ыңғай үҙгәрештәр булырына өмөтләнеп тауыш бирҙек. Һайлауҙың өс көн булыуы яҡшы, тип һанайбыҙ, сөнки һәр кем үҙенә уңайлы көндә барып тауыш бирә ала.