Һайлау тамам, әле участкаларҙа бюллетендәрҙе иҫәпләү буйынса эштең ҡыҙған мәле.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова хәбәр итеүенсә, 20.00 сәғәткә ҡарата республиканың тауыш биреү хоҡуғы булған граждандары исемлегенән Дәүләт Думаһы һайлауында 2 миллион 75 мең самаһы һайлаусы ҡатнашҡан, йәғни 69 процент.
Өфө халҡы юғары әүҙемлек күрһәткән – 67,6 процент. Ә республика ҡалалары буйынса уртаса күрһәткес 57,7 процентҡа тиң. Айырып әйткәндә, Салауат ҡалаһы беренсе урында – 75 процент, Сибай икенсе баҫҡыста – 71,4 процент.
Һәр ваҡыттағыса, ауыл халҡы гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡарай. Был юлы һайлауҙа ҡатнашҡандар һаны 78 процент тәшкил иткән. Ә бына Салауат районы халҡы иң әүҙеме булған – 96 процент, икенсе урында – Шаран – 95 процент, өсөнсөлә 92 процент күрһәткес биргән Тәтешле районы килә.
Автор фотоһы.
#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор