Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2021
19 Сентябрь 2021, 10:47

Күп бала әсәһен ниҙәр борсой?

Башҡортостанда тауыш биреүҙең һуңғы - өсөнсө көнө башланды. Иртәнге сәғәт һигеҙҙә республикалағы барлыҡ һайлау участкалары асылды. “Һайлау төнө. Һайланғандар ваҡыты” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә лә ошо ваҡытта эш башланды.

Тәүгеләрҙән булып Өфө ҡалаһы Советына депутатлыҡҡа кандидат Ирина Сухарева журналистар менән аралашты. Үҙе күп бала әсәһе булған ҡатын депутатлыҡҡа беренсе тапҡыр дәғүә итә.

"Эшмәкәрлегемдең төп йүнәлештәре – йәштәр мәнфәғәттәрен яҡлау, уларҙың хеҙмәт хоҡуҡтары үтәлеүҙе контролдә тотоу. Ни өсөн эшләгән йәш кешене алдайҙар, аҡсаһын түләп еткермәйҙәр, тәжрибәһе юҡ кимәлендәге гражданға нисек эшкә урынлашырға? Һуңғы ваҡытта ғаиләләр менән дә шөғөлләнә башланым. Бында ла хәл ителәһе мәсьәләләр күп. Мәҫәлән, күп балалы ғаилә статусын алыу. Ни өсөн ул өлкән балаға 18 йәш тулһа бирелмәй? Ошо һәм башҡа бик күп проблемалар хәл итеүҙе көтә, улар менән шөғөлләнер инем", – тине Ирина Сухарева.

Автор фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Күп бала әсәһен ниҙәр борсой?
Күп бала әсәһен ниҙәр борсой?
Автор:
Читайте нас: