+24 °С
Дождь


"Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбендә урынлашҡан 916-сы һайлау участкаһында ла Дәүләт Думаһы депутаттары өсөн тауыш биреүҙең икенсе көнө күтәренке кәйефтә, тыныс шарттарҙа башланды. Йәштәр ҙә, ололар ҙа был сәйәси сараның мөһимлеген аңлай. Шуға ла улар ҙур яуаплылыҡ тойоп, ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, тауыш бирергә килә. Бигерәк тә оло йәштәгеләр әүҙемлек күрһәтә”, — ти комиссия ағзалары.
Наилә Имаева.