Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Һайлау-2021
18 Сентябрь 2021, 15:15

Икенсе көн тамамланды

Солтанбәк ауылында урынлашҡан 938-се һайлау участкаһында тауыш биреүселәр әүҙем була.

Икенсе көн тамамландыИкенсе көн тамамланды
Икенсе көн тамамланды

Инструкцияға ярашлы мөһим сара барышында тупланған материалдарҙы сейф-пакетҡа тултырғандар. Был хаҡта һайлау участкаһы комиссияһы рәйесе урынбаҫары Алһыу Фәррәхова белдерҙе. Иртәгә, 19 сентябрҙә, иртәнге 08.00 сәғәттә комиссия эшен тергеҙә. 

Солтанбәк ауылында урынлашҡан 938-се һайлау участкаһында тауыш биреүҙең икенсе көнө тыныс шарттарҙа, хоҡуҡ боҙоуҙарһыҙ үтте. Ике көн эсендә барлыҡ һайлаусыларҙың 65 процентынан күбе гражданлыҡ бурыстарын үтәне. Бөгөн беренсе тапҡыр тауыш биреүсе өс һайлаусы килде. Ғаризалар буйынса комиссия ағзалары һайлаусыларҙың өйөнә барып та һайлатты. Ҡайһы бер оло йәштәге кешеләр, үҙ теләктәре менән һайлау участкаһына сығып тауыш бирҙе. Мәҫәлән, 84 йәшлек хеҙмәт ветераны Нәжимә апай Исламова һәр ваҡыттағыса мөһим сараға яуаплы ҡарап, участкаға килеп тауыш бирҙе, киләсәккә тик яҡты өмөттәр бағлауын белдерҙе”, - тип хәбәр итте Алһыу Фәзнәүи ҡыҙы.

 

Наилә Имаева.

Икенсе көн тамамланды
Икенсе көн тамамланды
Икенсе көн тамамланды
Икенсе көн тамамланды
Икенсе көн тамамланды
Икенсе көн тамамланды
Икенсе көн тамамланды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас