Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Һайлау-2021
18 Сентябрь 2021, 07:45

Икеләтә иҫтәлекле һәм тантаналы көн

Асҡын ауылының 903-сө һайлау участкаһына гражданлыҡ бурысын үтәргә килеүсе  хаҡлы ялдағы оло хөрмәткә эйә хеҙмәттәшебеҙ Рита Мәғмур ҡыҙы Исламованы күркәм юбилейы менән ҡотланыҡ. Һайлау комиссияһы ағзалары ла изге теләктәрен еткерҙе.  

Икеләтә иҫтәлекле һәм тантаналы көнИкеләтә иҫтәлекле һәм тантаналы көн
Икеләтә иҫтәлекле һәм тантаналы көн


Бар ғүмерен журналистикаға бағышлаған тынғыһыҙ, оло хөрмәткә лайыҡ Рита Мәғмүр ҡыҙын районыбыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә яҡшы беләләр. Редакцияла эшләү осоронда ниндәй генә темаларҙы яҡтыртмаған да, ниндәй генә проблемалар күтәреп сыҡмаған ул?! Тәжрибәле, ғәҙел журналистың мәҡәләләрен халыҡ һәр саҡ көтөп алып, яратып уҡый. Тынғыһыҙ, тырыш, намыҫлы хеҙмәте менән халыҡ ихтирамын һәм һөйөүен яулай ул. Үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән Рита Мәғмүр ҡыҙы бай тәжрибәһен йәш быуын менән менән ихлас уртаҡлаша, һөнәр нескәлектәренә өйрәтә, кәңәштәр биреп, күп кенә журналистарҙы үҙ артынан әйҙәй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та яратҡан эшенән айырылмай. Район һәм гәзит тарихын өйрәнеүгә баш көллө сума ул: 1931 йылдан башлап гәзит тупланмаларын өйрәнә, анализлай, тәүге һанынан башлап бөгөнгәсә эшләгән мөхәррирҙәр исемлеген дә тергеҙергә, уларҙың туғандарын
табып аралашып, бай мәғлүмәт туплай. Уның тынғыһыҙ, тырыш хеҙмәт емеше булып “Район и газета - сквозь призму времен” китабы донъя күрҙе.
Рита Мәғмүр ҡыҙы бөгөн дә районыбыҙ тормошонда ҡайнап йәшәй: мәҙәни сараларҙа ла, тыуған яҡты өйрәнеү конференцияларында ла, ҡул эше оҫталыры күргәҙмәләрендә лә ҙур теләк менән ҡатнашып, тәжрибә уртаҡлаша.
Тормош иптәше Рәдиф Тимерша улы менән татыу ғүмер итеп, өҫ ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, уларға тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам итәләр. Хәстәрлекле өләсәй менән олатай бөгөн биш ейән-ейәнсәр
ен һөйөп ҡыуана, уларҙың уңыштарына һөйөнөп ғүмер кисерә.
Беҙҙең өсөн һәр яҡлап өлгө булған Рита Мәғмүр ҡыҙын оло юбилейы менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Хөрмәтле Рита Мәғмүр ҡыҙы!

Һеҙҙе оло юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы, күңел тыныслығы теләйбеҙ! Шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа, шулай балаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтенә күмелеп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп, Рәдиф ағай менән оҙон-оҙаҡ йылдар бергә бәхетле ғүмер итергә яҙһын, беҙ яратҡан Рита Мәғмүр ҡыҙы!
Һеҙҙең алсаҡлығығыҙ, ихласлығығыҙ
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атлағыҙ ғүмер үренә.
Күңелегеҙ шат, йөҙөгөҙ көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡмағыҙ.
Эштәрегеҙ уң, һаулығығыҙ ныҡ булһын,
Бар теләгегеҙ ашһын бойомға.

Наилә Имаева.

Икеләтә иҫтәлекле һәм тантаналы көн
Икеләтә иҫтәлекле һәм тантаналы көн
Икеләтә иҫтәлекле һәм тантаналы көн
Икеләтә иҫтәлекле һәм тантаналы көн
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас