Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Һайлау-2021
18 Сентябрь 2021, 14:17

Фольклорсы ағинәй

Балтас районы Иштирәк ауылында йәшәүсе Гөлфара Ғәзиз ҡыҙы Шәйхетдинова һайлау комиссияһы ағзаларын йырлап ҡаршы ала.    

Фольклорсы ағинәйФольклорсы ағинәй
Фольклорсы ағинәй

Гөлфара апй – фольклорсы. 74 йәшлек ағинәй белгән халыҡ йырҙарын, таҡмаҡтарын һанап бөткөһөҙ. Үҙе лә йыр куплеттарын уйлап сығара. Һәр ваҡиғаға ҡарата йыры, тапҡыр һүҙе әҙер уның, ялындырып тормай, йырлай ҙа ебәрә.

Иштирәк ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләп килгән “Серҙәштәр” фольклор коллективын ойоштороусыларҙың береһе ул.

Һеҙҙең эшегеҙгә йән өрәйем, күңелегеҙҙе күтәрәйем әле тип, һайлау комиссияһы ағзаларын да йырлап ҡаршы ала ул бөгөн.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Фольклорсы ағинәй
Фольклорсы ағинәй
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас