+30 °С
Болотло


Яңы Ҡара ауыл клубы методисы Гөлнара Шәйхинурова менән китапханасы Айгөл Ғәлимйәнова буласаҡ һайлаусылар - малай һәм ҡыҙҙар өсөн һайлау участкаһына экскурсия ойоштора. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тауыш биреү процесын күҙәтә, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап ала, мөһим сара тураһында мәғлүмәт туплай.
Наилә Имаева.