Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Һайлау-2021
18 Сентябрь 2021, 11:50

101 йәшлек ағинәй ҙә тауыш бирҙе!

8-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа 101 йәшлек тыл ветераны Вәсилә Сафиуллина ҡатнашып, гражданлыҡ бурысын үтәне.

101 йәшлек ағинәй ҙә тауыш бирҙе!101 йәшлек ағинәй ҙә тауыш бирҙе!
101 йәшлек ағинәй ҙә тауыш бирҙе!

Ғинуар айында 101 йәшен тултырған Вәсилә Сафиулла ҡыҙы, сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, бөгөн һеңлеһенең ейәнсәре булған Рәүзиә Мәүхәт ҡыҙы тәрбиәһендә Солтанбәк ауылында йәшәй. Бер быуаттан артыҡ ғүмер кисергән ағинәй барыһын да үҙ башынан кисергән: аслыҡ-яланғаслыҡты ла, һуғыш йылдарындағы ауырлыҡтарҙы ла...

“Вәсилә әбейем миңә өләсәйем урынына ҡалған кеше. Ул бик уңған, ярҙамсыл, изге, йомарт күңелле , шәфҡәтле йөрәкле. Ғүмере буйы ярҙамға мохтаждарға ярҙам итеп йәшәне. Эштән башҡаны белмәне ул: гөрләтеп донъяһын көттө. Тормош һынауҙары уны сыныҡтырған ғына, ул шул тиклем сабыр, көслө рухлы ҡатын-ҡыҙ. Бөгөн дә яҡшы зиһенле, көр кәйефле, йомарт һүҙле.Тик бер нисә йыл элек күреү һәләте насарайыу сәбәпле, үҙ аллы донъя көтә алмай башлай. Шулай булмаһа, бөгөн дә мал аҫрап, бал ҡорттары ҡарап, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереп, донъяһын көтөр ине. Уның күргәндәре китап яҙырлыҡ. Нәҡ Вәсилә әбейем һөйләгәндәр буйынса мин нәҫелебеҙ шәжәрәһен төҙөй башланым. Уның хәтер бик яҡшы, барыһын да исемләп белә. Ил-көн яңылыҡтары менән дә хәбәрҙәр ул. Бөгөн дә һайлау комиссияһынан киләбеҙ тигәс, тулҡынланып киткәндәй булды. Үҙ ғүмерендә күпме һайлауҙарҙа ҡатнашҡан кеше бит ул! Шуға ла был юлы ла ҙур яуаплылыҡ менән ҡараны был эшкә.Тиҙ генә кейемдәрен алмаштырҙы, матур яулыҡтарын бәйләтте. Әлеге һайлауҙың мөһимлеген аңлай ул. “Илебеҙ генә тыныс булһын, балалар бәхетле тормошта үҫһен”, - тип теләй”, - тине Рәүзиә Мәүхәт ҡыҙы.

Наилә Имаева.

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас