Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Һайлау-2021
17 Сентябрь 2021, 06:45

Тауыш биреү ғәҙел үтһен өсөн

Һайлау участкаларында  сәйәси партияларҙан һәм йәмәғәт күҙәтеүселәре эшләй.  

Тауыш биреү  ғәҙел үтһен өсөнТауыш биреү  ғәҙел үтһен өсөн
Тауыш биреү ғәҙел үтһен өсөн

“Солтанбәк ауылындағы социаль-мәҙәни үҙәктә урынлашҡан 938-се һайлау участкаһында ла  һайлау тыныс шарттарҙа бара.  Исемлектә 325 һайлаусы теркәлгән, шуларҙың бишеһе —  беренсе тапҡыр тауыш биреүселәр.   Һайлауҙа тауыш  биреү законға ярашлы башҡарылыуын  өс күҙәтеүсе  күҙәтә. Улар “Берҙәм Рәсәй”ҙән — Дилбәр Фәтих ҡыҙы Мазгарова,  “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы”нан Нәзифә Хәләф ҡыҙы Рәхимйәнова,   йәмәғәт күҙәтеүсеһе Ралиф Хәниб улы Муллаянов" , — тип күҙәтеүселәрҙең үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыуын билдәләне һайлау комиссияһы рәйесе Рәмил Әҡсән улы Миңлеғәлиев.


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күҙәтеүселәргә бюллетендәргә ҡағылыу йәки һайлаусыға тауыш биреүҙә ярҙам итеү, хатта улар үҙҙәре һораһа ла, тыйыла. Шулай уҡ улар тауыштарҙы һанай, комиссия эшендә ҡатнаша, һайлаусыларҙы теге йәки был кандидат өсөн тауыш бирергә өгөтләй алмай.

Наилә Имаева.


Тауыш биреү  ғәҙел үтһен өсөн
Тауыш биреү  ғәҙел үтһен өсөн
Тауыш биреү ғәҙел үтһен өсөн
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас