Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Һайлау-2021
17 Сентябрь 2021, 09:15

Һәр ерҙә — алдынғылар

Һәр изге башланғысты күтәреп алып, уны  бергәләп тормошҡа ашырырға күнеккән Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре  бөгөн Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа  ла дәррәү ҡатнашты.

Һәр ерҙә — алдынғыларҺәр ерҙә — алдынғылар
Һәр ерҙә — алдынғылар

Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова етәкселегендә  Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре  бөгөн Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙың беренсе көнөндә  дәррәү ҡатнашты. Улар ҙур яуаплылыҡ менән  үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәргә Иҫке Ҡаҙансы ауылындағы   916 –сы һайлау участкаһына  килде.

 — Һайлауҙан бер ваҡытта ла ҡалғаныбыҙ булманы, гел беренселәрҙән булып килдек. Бына бөгөн дә иң яҡшы уйҙар менән: илебеҙ тағы ла алға барһын, күгебеҙ тыныс булһын, йәштәребеҙгә  үҙ еребеҙҙә эш булһын, улар лайыҡлы эш хаҡы алһын, тигән теләктә килдек, — тине ағинәйҙәр.

Әйткәндәй, ағинәйҙәр бергә йыйылғанда  ауыл китапханасыһы Гөлфинә Исламова улар өсөн фәһемле сара ла ойоштора.

 

Наилә Имаева.

Һәр ерҙә — алдынғылар
Һәр ерҙә — алдынғылар
Һәр ерҙә — алдынғылар
Һәр ерҙә — алдынғылар
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас