+30 °С
Болотло


«Асҡын районында һайлауҙың беренсе көнө тыныс шарттарҙа үтте, хоҡуҡ боҙоуҙар булманы, - тип хәбәр иттеләр Территориаль һайлау комиссияһынан. - Бөгөн, 17 сентябрҙә, 4372 һайлаусы тауыш биргән, был барлыҡ һайлаусыларҙың 27,77 процентын тәшкил итә (барлығы 15743)”.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдә 17, 18 һәм 19 сентябрҙә төрлө кимәл һайлауҙары үтә. Рәсәйҙәр Дәүләт Думаһына һигеҙенсе саҡырылыш депутаттарын һайлай.