

Асҡын 2-се урта мәктәбендә урынлашҡан 903-сө Октябрь һайлау участкаһына тәүгеләрҙән булып хаҡлы ялдағы Ҡадир Ғәпделислам улы Хөсәйенов килде һәм тауыш биреп, гражданлыҡ бурысын үтәне. Һайлау участкаһы рәйесе Илдар Хәтифәйән улы Ильясов уны тәбрикләп, мөһим сараға яуаплы ҡарап, тәүгеләрҙән килеп тауыш биргәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Асҡын ауылындағы һатыу нөктәләрендә 10 процент ташлама менән ҡулланыу хоҡуғын биргән купон тапшырҙы.
— 903-сө һайлау участкаһында барыһы 640 һайлаусы, шуларҙың 11-е беренсе тапҡыр тауыш биреүселәр. Участка асылып, 30 минут үтеүгә 16 кеше тауыш биреп өлгөрҙө лә инде. Һайлау участкаларында һәр ике сәғәт һайын санитар эшкәртеү ойошторола, барлыҡ хәүефһеҙлек талаптары ла үтәлә. Ковидтан һаҡланыу өсөн ингән ерҙә һәр береһенең температураһын үлсәйбеҙ, антисептик менән ҡулдары эшкәртелә, медицина битлеге, ручка бирелә. Шуға күрә граждандарға борсолорға сәбәп юҡ. Тап кешенең сәләмәтлеген хәстәрләп, тауыш биреү ваҡыты өс көн — 17, 18, 19 сентябрҙә ойошторола. Алдан биргән ғаризалар буйынса, һайлау комиссияһы ағзалары өлкән йәштәге кешеләрҙең, сәләмәтлеге буйынса сикләнгән граждандарҙың, ғөмүмән, ярҙамға мохтаж кешеләрҙең өйҙәренә юллана. Һайлау ғәҙел үтһен өсөн һайлау участкаһында сәйәси партияларҙан күҙәтеүселәр эшләйа, — тип һөйләне Илдар Хәтифйән улы.
Наилә Имаева.