Уҡытыусылар һәм студенттар ярҙамы менән иң мөһим әйберҙәр йыйылды: тепловизор, носилка, битлек, яҡтыртҡыстар, батарейкалар, балаклавалар, тактик бирсәткәләр, резина итектәр, башлыҡтар, башҡа йылы кейемдәр, урын-ер һәм гигиена кәрәк-яраҡтары, дарыуҙар, һауыт-һаба һәм башҡалар. МХО-ла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙамды ӨФһТУ-ның йәштәр сәйәсәте һәм тәрбиә эштәре буйынса проректоры Валентин Солодовник, Бөрө филиалы директоры Винер Ғәниев, Тарих һәм дәүләт идаралығы институтының тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Тимур Мостафин алып барып тапшырҙы (һүрәттә). Валентин Николаевич: “Университеттың 84 студенты бөгөн МХО зонаһында. Гуманитар ярҙамды тап уларға алып барҙыҡ. Беҙҙең көс – берҙәмлектә. Барлыҡ ауырлыҡтарҙы бергә булғанда ғына еңеп сығасаҡбыҙ. Бөтәһе лә Еңеү өсөн, бөтәһе лә беҙҙең егеттәр өсөн”, – тине. Винер Вәлиәхмәт улы Бөрө филиалы коллективына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт, ебәрелгән әйберҙәр тәғәйенләнгән урындарға барып етте”, – тип белдерҙе, үҙ сиратында, фронтта гуманитар ярҙамды ҡабул итеүселәр.
Ғәлиә Ғәниева.