Ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ өсөн район үҙәгенән ҙур гуманитар ярҙам оҙатылды. Бының өсөн Иҫке Балтасҡа Өфөнән ике йөк машинаһы килде.
Баш ҡаланан килгән йөк машиналарына өс “УАЗ” автомобиле, газ баллондары, редукторҙар, йылытҡыстар, генераторҙар, электр бысҡылары, төҙөлөш материалдары, маскировкалау селтәрҙәре, исемле посылкалар, эсер һыу һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тултырылды. Посылкаларға уҡыусылар төшөргән һүрәттәр, яҙған хаттар ҙа һалынды. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа барлыҡ район халҡы берҙәм булды.
— Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтар һораған әйберҙәрҙең барыһы ла тиерлек ебәрелде. Яугирҙар беҙҙең терәк-ярҙамды, күңел йылыбыҙҙы һәр саҡ тойорға тейеш. Изге эштә ҡатнашҡан, битараф булмаған район халҡына ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, — ти гуманитар ярҙам йыйыу пункты етәксеһе, район хакимиәтенең физик культура, спорт, йәштәр сәйәсәте бүлегенең балалар һәм йәштәр эше буйынса баш белгесе Гүзәл Мулләхмәтова.
Районыбыҙ кеше хәстәренә битараф булмаған, ҡайғыртыусан, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер кешеләре менән данлыҡлы. Был бик ҡыуаныслы. Шулай берҙәм булып, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам күрһәтәйек, яугирҙарыбыҙҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләйек. Ир-егеттәребеҙгә ошо ярҙам менән тыуған яғыбыҙҙың сәләмдәре, йылылығы барып етһен ине.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.