Яңы Васькин ауылында һоҡланғыс урын бар — “тәбиғәт хазинаһы” тип йөрөтәләр уны. Ул да булһа “Чай вуд памаш” шишмәһе, беҙҙеңсә “Сәй һыуы шишмәһе” тип атала. Ошо көндәрҙә ул яңыртылғандан һуң тантаналы асылды.
Был шишмә барлыҡҡа килгәндән башлап үҙенең таҙа һәм тәмле һыуы менән нисәмә мең кешенең танһығын ҡандырғандыр. Шишмә — ул ябай һыу ғына түгел, ул ауылдың йөрәге, тиһәң дә була. Шуныһы ҡыуаныслы , ауыл халҡы был тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. Яңыртылған шишмә асылыуға арналған тантана ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн ысын байрамға әйләнде. Сәләмләү һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығы Павел Трапезников, район Советы депутаты Николай Яваев сығыш яһаны.
Николай Изиляевич һөйләүенсә, был урын 30 йыл элек тә ҡараулы һәм матур булған. Әлеге ваҡытта, яңыртылғандан һәм төҙөкләндерелгәндән һуң, ул тағы ла матурыраҡ төҫ алды, йәмләнеп һәм йәнләнеп китте. Ысынлап та, “Сәй һыуы шишмәһе” районда иң яҡшыларҙан һанала. Бар эштәр ҙә бирелә зауыҡ һәм ҙур тырышлыҡ менән башҡарылған. Һыу алыу өсөн уңайлыҡтарҙы ғына түгел, был урындың күңелгә рәхәтлек, тыныслыҡ биреүен дә иҫәпкә алғандар.
Шишмә биләмәһе таҙартылған, үләндәр сабылған, беседка ҡуйылған, юл һалынған. Николай Яваев ошо һоҡланғыс урынды төҙөкләндереүҙә ҙур өлөш индереүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
— Бер команда булып уртаҡ эш өсөн тырыштығыҙ. Шулай уҡ бергәләп ошо шишмә буйындағы тәртипте һәм матурлыҡты һаҡларбыҙ, биләмәне төҙөкләндереүҙе дауам итербеҙ, тип ышанам. Рәхмәт барығыҙға ла, — тине ул.
Шишмәне яңыртыуҙа ҙур тырышлыҡ һалғандарға район хакимиәте башлығы Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Изге эштә әүҙем ҡатнашҡандар хөрмәтенә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.
Байрамды үҙенең моңло йырҙары менән район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Олесия Мусалина биҙәне.
Артабан ҡунаҡтарҙы тәмле шишмә һыуынан ауыҙ итергә саҡырҙылар.
— Беҙҙең шишмә һыуы шифалы! Эҫелә һыуһынды ҡандыра, ә ауырығанда дауа бирә. Кем был һыуҙы эсә 100 йәшкә тиклем йәшәйәсәк, — тип маҡтап, һәр ҡунаҡҡа һалҡын шишмә һыуын тәҡдим иттеләр.
Сарала ҡатнашыусылар саф һауала мари ҡоймағы, бал менән тәмле шифалы самауыр сәйе эсте.
Матур итеп таштарҙан һалынған һуҡмаҡтан шишмәгә төшкән һәр кем Яңы Васькин ауылы халҡы өсөн ысын күңелдән шатланды. Таҙа, шифалы һыулы сығанаҡ бар икән, ауылдың йөрәге бар, тигән һүҙ. Яңыртылған шишмәһе булған, төҙөк ауылға ҡарап, бирелә уңған, йәнтөйәге өсөн йән атып торған кешеләр йәшәгәнлегенә инанаһың.
Светлана Тоймырзина.
Мишкә районы.