Йәнтөйәк
-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
23 Май 2023, 15:39

Эшҡыуар, тимерсе, йәмәғәт эшмәкәре

Вячеслав Сабиров тыуған ауылында мәҙәни һәм спорт объекттарын тергеҙеү менән шөғөлләнә

Эшҡыуар, тимерсе, йәмәғәт эшмәкәре
Эшҡыуар, тимерсе, йәмәғәт эшмәкәре

Вячеслав Сабиров — эшҡыуар, тимерсе, йәмәғәт эшмәкәре, хәйриәлек эштәре менән дә киң билдәле. Уның ярҙамында Оло Сухояз ауылында бер нисә йыл элек яңыртылған ял һәм спорт паркы барлыҡҡа килгән. Хәҙер унда төрлө байрамдар һәм ярыштар ойошторола, өлкәндәр һәм балалар йыл әйләнәһенә спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Быға тиклем стадион емерек хәлдә, ҡарағура баҫҡан булған.
— Эргәһенән үткән һайын был хәл күңелемде өйкәй ине. Ни өсөн уны төҙөкләндереп, ярыштар һәм байрамдар үткәрмәҫкә, тигән уй менән эшкә тотондом, — ти Вячеслав Александрович.
Уның хыялы тормошҡа ашты. Хәҙер йыл һайын Оло Сухояз ауылында Раштыуа саңғы ярыштары үткәрелә. Унда бөтә республика спортсылары ҡатнаша, шулай уҡ мари халыҡтарының һабантуй-фестивале үткәрелә. Стадионға икенсе ғүмер биреү теләге менән Вячеслав Сабиров бөтә донъя буйлап таралған мариҙарҙы берләштерә.
Ауылдың Геройҙар аллеяһына ла эшҡыуар үҙ өлөшөн индергән. Үҙенең тимерлегендә Мәңгелек ут өсөн ҙур йондоҙ һәм ҡойма эшләгән. Тимер ҡойма үҙе бер сәнғәт емеше: Вячеслав Александрович унда Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яуларға ярҙам иткән хәрби техника эшләй. Яңыртылған стеланы ул Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан яҡташтарына бүләк итте.
—Әгәр өлкәндәр балалар менән аллеяға килһә, был һүрәттәр ярҙамында улар Бөйөк Ватан һуғышы тарихын асыҡ итеп һөйләй аласаҡ. Был хәрби техника беҙгә еңеү килтерҙе. Һәм тағы бер ҡыҙыҡлы деталь: улар барыһы ла көнбайышҡа, Германияға йүнәлтелгән, — тип аңлатты хәйриәсе.
Мишкә районында мариҙарҙың ғибәҙәт ҡылыу урыны — Солтан-Керемет сауҡалығы бар. Меценат бында тимерҙән сүкеп яһалған ҡойма, мәжүсилек орнаменттары менән күпер ҡуйған.
— Диндар яҡташтарым миңә эшем өсөн аҡса йыйып бирмәксе булғайны, алманым. Олатай-өләсәйҙәрем ошо сауҡалыҡҡа йөрөгән, бәлки, мин дә берәй ҡасан килермен. Кешеләрҙең рәхмәт һүҙе аҡсанан ҡиммәтерәк, — тине Вячеслав Сабиров.
Изге эш башҡарырға теләүҙә дингә бүленеш юҡ. Шуға күрә Вячеслав Александрович мәсеттәргә лә, сиркәүҙәргә лә, шулай уҡ тыуған мәктәбенә һәм ауыл Советына ярҙам итә.
«Вячеслав Александрович күп йылдар Бөрөлә йәшәһә лә, үҙенең бәләкәй Ватаны өсөн бик борсола. Мөмкин булған һайын тыуған ауылына ҡайта. Ул үҙе ауыл Советы бинаһының ҡоймаһын алмаштырыу инициативаһы менән сыға, проект уйлап таба һәм уны тормошҡа ашыра. Оло Сухояз ауылы мәктәбенең ҡыйығын алмаштырыуҙа матди ярҙам күрһәтә. Ул үҙенең йәнтөйәгенә матди ярҙам ғына түгел, йәнен һәм белемен дә күп һалған кеше», — ти район Советы секретары Татьяна Коледина.
Вячеслав Сабиров оҙаҡ ваҡыт иретеп йәбештереүсе булып эшләй, һуңынан үҙенең тимерлеген аса. Бизнес күп ваҡыт алһа ла, ул хәйриә, йәмәғәт эше менән шөғөлләнергә өлгөрә. Вячеслав Александрович үҙ ауыл биләмәһе депутаты, республиканың мари халыҡтары буйынса дини комиссияһы рәйесе, Бөрө һәм Бөрө районының мәҙәни автономияһы рәйесе урынбаҫары.
— Эшем булыуына һәр саҡ шатмын. Шөғөлөм миңә көс-дәрт бирә. Бигерәк тә мәҙәниәтте һаҡлау, емерелгәнде тергеҙеү мөһим. Әгәр мин булмаһам, кем ярҙам итер? Беләһегеҙме, тыуған ауылыма ҡайтҡанда, мин тергеҙергә ярҙам иткән паркта ололарҙың скандинав йөрөшө менән шөғөлләнгәнен, мәктәп уҡыусылары өсөн физкультура дәрестәре үткәнен күреү ниндәй шатлыҡ! — ти Вячеслав Александрович.


Ләйсән Закирова.

Мишкә районы.

Эшҡыуар, тимерсе, йәмәғәт эшмәкәре
Эшҡыуар, тимерсе, йәмәғәт эшмәкәре
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: