Проект ҡала һәм ауылдарҙан сыҡҡан уңышлы яҡташтарының тыуған яғына ярҙам итеүенә йүнәлтелгән. 2023 йылдың Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан ителеүе лә һөйөнөслө.
«Атайсал» проектында ҡатнашыусы райондаштарыбыҙ ҙа байтаҡ.
Был юлы Кәшкәләү ауыл биләмәһен билдәләп үтке килә. Был яҡ кешеләренең уңғанлығын, эшсәнлеген беҙ ишетеп кенә түгел, күреп тә беләбеҙ. Шуларҙың береһе – тыумышы менән Дауытлар ауылынан булған Айрат Басыров. Ул тыуған ауылында аяныслы хәлдә ҡалған шишмәгә йән өрөүсе булып тора.
Илһөйәр ир уҙаманы шишмәнең аяныслы хәлдә икәнен күргәс, икенсе көндө үк кәрәк-яраҡтарҙы тейәп, эшселәр алып килә. Иң беренсе шишмәне быуып барған серек бура ағастарын һүтеп ташлайҙар. Һыу сығанағының һәр күҙәнәге уянып киткәндәй була. Өс-дүрт урындан һыу бәреп сығып, тирә-яҡҡа тарала. Ярҙар йыуылмаҫ өсөн тигеҙ рәттәр менән таштарҙы өйөп, ҡатырып ҡуялар. Сүп-сар төшмәһен өсөн зәңгәр түбә ябалар. Аҫҡа алып төшөүсе киртләҫтәр эшләйҙәр. Мал-тыуар кермәҫкә ҡоймалап та ҡуялар.
Был шишмәгә Айрат Басыр улы ысын мәғнәһендә икенсе һулыш өрә. Хәҙер ауыл халҡы ла, ҡайтыусылар ҙа шишмәне күреп, хайран ҡала, һоҡлана, рәхмәт уҡый.
Төҙөкләндерелгән шишмә буйы ауыл халҡын ғына түгел, ҡунаҡтарҙы, юлсыларҙы ла ҡыуандыра. Матур итеп ҡойма менән уратып алынған шишмәнең шифалы һыуын һауыттарға тултырып алыусылар ҙа күбәйә бара. Һәр кемдең ихатаһында ҡоҙоғо булыуға ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ биренән һыу ала.
“Халыҡҡа бер үтенесем бар: мөғжизәләй гүзәллекте һаҡлағыҙ, тирә-яҡ мөхитте сүпләмәгеҙ, тыуған яҡты яратығыҙ!” — ти изге эштәр менән янып-балҡып йәшәүсе Айрат Басыров.
- Шишмә һыуы йомшаҡлығы менән айырыла, сәйе лә күпкә тәмлерәк, — ти Айрат Басыр улы.
Гөлназ Ханова.
Борай районы.