Асҡын районының Ҡашҡа ауылынан класташ ир-егеттәр Ришат Фәйезов, Рәсүл Зиннәтуллин, Ришат Лотфуллин махсус хәрби операцияла барған ауылдаштарына ярҙам итеү маҡсатында “Нива” автомобиле һатып алған. Егеттәр уны тейешенсә йыһазландырған, камуфляж рәүешендә буяған. Был техника гуманитар ярҙам менән бергә оҙатыла.
“Машина егеттәребеҙгә ярҙам итер, бәлки, кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарыр. Автомобиль тулыһынса хәрби бурыстарҙы үтәргә әҙер. Уны буш килеш ебәрмәйбеҙ, егеттәргә бүләктәр һәм кәрәкле әйберҙәр ҙә әҙерләнек”, - ти Ҡашҡа ауылының әүҙем уҙамандары.
Улар ошоға тиклем дә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам күрһәтеп килгән. Мәҫәлән, Ришат Лотфуллин – бер, ә Рәсүл Зиннәтуллин ике буржуйка эшләп ебәргән булған.
“Тыуған ерегеҙгә имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!”, - тиҙәр яуҙа йөрөгән ауылдаштарына Ҡашҡа халҡы.
Фото: “Ҡашҡа – айыҡ ауыл” төркөмөнән (vk.com/club217813057)
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-03-13/klastash-egett-r-niva-atyp-al-an-3174653