Республикала Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы сиктәрендә “Яҡташлыҡ көсө” форумы үтәсәк. Был туралағы указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған, ул хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, ваҡиға 5 майҙа Өфөлә була. Форумға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу өсөн ойоштороу комитеты булдырыла, уны республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин етәкләй. Шулай уҡ комитет составына уның беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары, шулай уҡ баш ҡала хакимиәте вәкилдәре ингән.
Ойоштороу комитетына ваҡиғаның программаһын әҙерләргә һәм раҫларға кәрәк. Указдың үтәлешен контролдә тотоу төбәк етәксеһе хакимиәтенә йөкмәтелгән.
Фото: kurultai.ru