Йәнтөйәк
-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
13 Февраль 2023, 14:11

Ҡылғандары бары изгелек

Бер-береңә ярҙам итеү традициялары республикабыҙҙа һәр саҡ көслө булды. Ҡалаларҙан һәм ауылдарҙан сыҡҡан күп кенә уңышлы кешеләр тыуған төйәгенә булыша. Ошо үҙ-ара ярҙамды системалы итеү маҡсатында республикабыҙҙа «Атайсал» проекты эшләй. Районыбыҙҙа ла тыуып үҫкән ауылдарына ярҙам итеүселәрҙең бихисап булыуы ҡыуаныслы. Шундай изге күңелле, ярҙамсыл яҡташтарыбыҙҙың береһе — Фәриҙә Әҙеһәмова.

Ҡылғандары бары изгелек
Ҡылғандары бары изгелек

Фәриҙә Венерид ҡыҙы Иҫке Таҙлар ауылында тыуған. Бөгөн ул Америка Ҡушма Штаттарында йәшәй һәм даими рәүештә тыуған ауылын төҙөкләндереүҙә ярҙам итә.
Иҫке Таҙлар ауылының “Хәтер баҡсаһы” янында дөйөм суммаһы 53 мең һумлыҡ ике бәүелсәк һәм беседка ҡуйылды. Ауылда балалар майҙансығы юҡ, шуға күрә бәүелсәктәргә бигерәк тә балалар шат. Ә беседка – ул бик матур урын, унда дуҫтар, ауылдаштар менән ултырып һөйләшергә мөмкин.
Был Әҙеһәмовтар ғаиләһенең беренсе генә ярҙамы түгел. Мәҫәлән, 2020 йылда Фәриҙә Венерид ҡыҙы ғаиләһе обелиск төҙөүгә һәм зыярат ҡоймаһын ремонтлауға — 20-шәр, мәсет ярым айын әҙерләүгә 50 мең һум күсерҙе. Күңеле ҡушыуы буйынса тыуған ауылына ярҙам иткән Фәриҙә Әҙеһәмова кеүек кешеләр менән һоҡланырға ғына ҡала.
Ҡушманаҡ ауылында «Экология» милли һәм «Атайсал» проекттары сиктәрендә төҙөкләндерелгән шишмә асылғайны.
Саф һыулы сығанаҡты тергеҙеү башланғысын хуплаған ауыл халҡы бөтә эштәрҙә лә әүҙем ҡатнашты. Бигерәк тә Тимерхан Хәжетдинов менән Фәнзир Ноғманов айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Үҙ ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, улар үҙҙәренең идеяларын һәм фантазияларын әкиәти матурлыҡҡа әйләндереп, мөғжизә тыуҙырҙы. Хәҙер был шишмә әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып, балҡып тора.

Гөлназ Ханова.

Борай районы.

Ҡылғандары бары изгелек
Ҡылғандары бары изгелек
Ҡылғандары бары изгелек
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: