Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
9 Февраль 2023, 15:17

Сираттағы форум Туймазыла уҙа

“Йәнтөйәгем – Атайсал” өсөнсө муниципаль форумы 17 февралдә үтәсәк.

Сираттағы форум Туймазыла уҙа
Сираттағы форум Туймазыла уҙа

“Хатта ҙур мөмкинлектәре булмайынса, тыуған төйәгенең үҫешенә бәләкәй генә өлөш индерһәләр ҙә, был ҙур эш”, – тигәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, 2023 йылды Атайсал өсөн изге эштәр йылы тип иғлан итеп. 

Тематик йыл “Атайсал” проектының дауамы булды. Ул 2021 йылда төбәк етәксеһе башланғысы буйынса башланды һәм үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Йыл ярым эсендә дөйөм суммаһы 900 миллион һумлыҡ проекттар тормошҡа ашырылған.

2023 йыл башынан “Атайсал” порталында (https://ataisal.ru) теркәлгән проекттар һаны артҡан һәм хәҙер 14 меңдән ашыу тәшкил итә. Был проекттар ауыл мәсеттәрен тергеҙеүгә йәки төҙөүгә, ғибәҙәтханаларҙы, спорт һәм балалар майҙансыҡтарын нығытыуға, музейҙар, парктар, ял зоналары төҙөүгә, спорт һәм музыкаль саралар үткәреүгә, балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, йәштәр менән эшләүгә, мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Меценаттар – муниципалитеттарҙа тыуып үҫкән, Башҡортостан өсөн әһәмиәтле үҙенсәлекле компетенцияларға, тәжрибәгә һәм башҡа һәләттәргә эйә яҡташтарыбыҙ.

17 февралдә “Атайсал” проектында ҡатнашыусылар Туймазы ҡалаһында осраша. Унда “Йәнтөйәгем – Атайсал” өсөнсө муниципаль форумы үтә. 11 муниципалитеттан (Октябрьский ҡалаһы, Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Йәрмәкәй, Дәүләкән, Туймазы, Саҡмағош һәм Шаран райондары) вәкилдәр ҡатнаша.

Сараның эшлекле өлөшөндә түңәрәк өҫтәлдәр, йәштәр өсөн секциялар, “Тамыр” телестудияһынан оҫталыҡ дәресе, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм эшҡыуарҙар өсөн старт-сессия, “Атайсал” фекер алышыу майҙансығы ҡаралған.

Сираттағы муниципаль форумды Туймазы районы хакимиәте, “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһы, “Мираҫ” йәштәр башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), Башҡортостан Республикаһының стратегик эшләнмәләр үҙәге, “Башҡортостан Республикаһының йәштәр яҡташтары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ҡатнашлығында “Башҡортостандың мәҙәни программалар дирекцияһы” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы уҙғара.

Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-02-09/ay-y-ulymda-a-sa-bel-ge-e-g-bula-3136394
Сираттағы форум Туймазыла уҙа
Сираттағы форум Туймазыла уҙа
Автор:
Читайте нас: