+20 °С
Болотло
Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы райондаштарыбыҙ өсөн 50-нән артыҡ тартма боҙолмай торған аҙыҡ-түлек йыйғандар. Бында консервалар, шоколад, сәй, кофе һәм башҡа кәрәк-яраҡтар бар. Иң мөһиме, ысын күңелдән һәм яҡшы ниәттәр менән. Һәр тартмала мәктәп уҡыусыларынан өйҙәренә имен ҡайтыуҙарын теләп яҙылған хаттар ҙа бар.
Изге күңелле райондаштарыбыҙ еңеүҙе яҡынайтыу һәм яугирҙарыбыҙҙың өйҙәренә иҫән-имен ҡайтһын өсөн үҙ өлөшөн индерергә тырыша.
Фирғәт Нәбиуллин.