Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
17 Ғинуар 2023, 14:28

Күңелдәре атайсалға тартыла

Яңы Бәрҙәш ауыл биләмәһендә файҙалы эштәр күптән башҡарыла

Күңелдәре атайсалға тартыла
Күңелдәре атайсалға тартыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылды Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан итте. Был бик ҡыуаныслы, сөнки төбәгебеҙҙә ошо юҫыҡта изге, файҙалы эштәре менән билдәле булғандар бихисап.
Яңы Бәрҙәш ауыл биләмәһендә лә тап шундайҙар йәшәй. Ауылда тыуып-үҫеп, бөгөн ситтә ғүмер итһәләр ҙә, тыуған төйәктәренең мәнфәғәттәрен ҡайғырталар. Ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Ғәйфулла улы Ғиндуллин шундай яҡташтарының күп йылдар дауамында файҙалы эштәр башҡарыуы тураһында бәйән итте.
Вил Фәтхелғаян улы Мостафин Ханты-Манси автономиялы округының Урай ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Тыуған ауылы Яңы Бәрҙәште һис онотмай. Уның кесе Ватанына булған ярҙамы тиҫтә миллиондарға барып баҫа. Вил Фәтхелғаян улы, талантлы ауылдаштарын иҫтә тотоп, ауыл мәҙәниәт йортона ярҙам итә башлай. Унда сәхнә, сәхнә шаршауын, ныҡ иҫкергән электр сымдарын алмаштырта, тауыш көсәйтеүсе ҡорамалдар, микрофондар алып бирә.
Балалар баҡсаһы ла ауылдаштары Вил Мостафиндың ярҙамынан ситтә ҡалмай. Ул бирелә ишектәрҙе, һауыт-һаба, урын-ер кәрәк-яраҡтарын тулыһынса яңырта.
Атайсалын яратыусы мәрхәмәтле кешебеҙ ауылдағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына ла ярҙам итергә өлгөрә. Уның изге эштәре бында иҙәндәге яңы линолеумдарҙа, ишектәрҙә, стеллаждарҙа ярылып ята. Бынан тыш ул стоматология кабинетына кәрәкле станок алып бирешкән.
Вил Мостафин үҙе уҡыған урта мәктәпкә лә байтаҡ файҙалы эштәр башҡарған: тимер ҡапҡалар, кирбес бағаналар ҡуйҙыра, 100 балаға парта, уҡытыусыларға йомшаҡ ултырғыс, мәктәп мебеле ҡайтара, ашхананың кухняһын яңы ҡорамалдар менән тулыландыра, стенаһын матурлап тышлап биреүҙә, мәктәптең юбилейына тип микрофондар, музыка ҡоралдарын алыуҙа ярҙам иткән.
Алмаз Мөхәмәт улы Исламғәлиев — Нижневартовск ҡалаһындағы “Йүрүҙәнтранс” йәмғиәтенең генераль директоры. Ул да ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡоймаһын заман талаптары буйынса рәтләткән. Мәктәпкә ике телевизор, 10 пар саңғы алып биргән. Ауыл һабантуйын үткәреүгә лә 60 меңдән ашыу аҡсалата ярҙам күрһәткән.
Марат Ғәлехан улы Усманов Өфөлә “Поклон” йәмғиәтенең генераль директоры булып эшләй. Ул ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә стела эшләп ҡуйҙыртҡан. Илһөйәр яҡташыбыҙҙың был ярҙамы ике миллион өс йөҙ мең һум күләмендә билдәләнгән.
Зинфир Зәки улы Вилданов Екатеринбургта йәшәй һәм эшләй. Тыуған ауылына, уның йәшәйешенә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Уның тарафынан ауыл зыяратында хужалыҡ йорто булдырылған. Ауылдаштары Урындағы башланғыстары яҡлау программаһы сиктәрендә янғын һүндереү машинаһы өсөн йылы гараж төҙөргә булғас, Зинфир Зәки улы ихлас күңелдән аҡсалата ярҙам итә.
Айҙар Ғәйфулла улы әйтеүенсә, Яңы Бәрҙәштең үҙендә лә бик ярҙамсыл эшҡыуарҙар йәшәй. Улар ҙа һәр ваҡыт төрлө яҡлап булышып тора. “Урман”, “Таң”, “Йүрүҙәнурман”, “Азатлыҡ”, “Нур” йәмғиәттәре директорҙары Раушан Ғиндуллин, Илназ Хисмәтуллин, Марсель Мөхәмәтов, Хөбөтдин Хисмәтуллин, Рөстәм Хисмәтуллин, шәхси эшҡыуар Фәнис Хисамов, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре Азат Хисмәтуллин, Алһыу Хисмәтуллина йәнтөйәктәре өсөн һәр ваҡыт файҙалы эштәр башҡара.
Ошо ауыл биләмәһенә ҡараған Шамратта ла илһөйәр яҡташтар бар. Мәҫәлән, “Альфа” турбазаһы хужаһы, шәхси эшҡыуар Фәнил Юнысов эшмәкәрлеге тотош районда билдәле. Ул да ауылы, ауылдаштары өсөн өҙөлөп тора, төрлөсә ярҙам күрһәтә.
Шулай уҡ Әтнәш ауылындағы шәхси эшҡыуар Тәбрик Нурлығаян улы Шәйхуллин да яҡташтарының беренсе ярҙамсыһы. Уның тураһында ла тик маҡтау һүҙҙәрен генә еткерергә була. Мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам күрһәтеүҙә Тәбрик Шәйхуллиндың айырыуса өлөшө ҙур. Штабҡа бик күп кәрәкле әйберҙәр алып барҙы. Был ауылдағы шәхси эшҡыуарҙар Әнүәр Хәйбрахманов, Линар Нурисламов та ауыл тормошо менән ҡайнап йәшәй, һәр башланғыста үрнәк күрһәтә.
Шулай итеп, Яңы Бәрҙәш биләмәһендә оло йөрәкле, кешелекле, изге күңелле, ярҙамсыл яҡташтар булыуы арҡаһында ауылдар гөрләй. Мәҙәни тормош та, белем биреү усаҡтары ла балҡып тора. Ауыл һабантуйҙары, саңғы фестивалдәре, төрлө милли байрамдар һәр саҡ үҙенсәлекле үтә, ә иң мөһиме, халыҡ ағымының киң булыуы күҙәтелә. Яңы Бәрҙәш урта мәктәбенең дә күрһәткестәре, спортсыларының уңыштары ҡыуандыра. Яңы йылда бында тағы ла файҙалы эштәр башҡарылырына өмөт ҙур.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел районы.

Күңелдәре атайсалға тартыла
Күңелдәре атайсалға тартыла
Күңелдәре атайсалға тартыла
Күңелдәре атайсалға тартыла
Күңелдәре атайсалға тартыла
Күңелдәре атайсалға тартыла
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: